

Владимир Николаевич Ефремкин ауылында тыуған. Алты йәшендә ғаиләһе менән Владимир өлкәһенә күсә. Һуңғараҡ, яҙмыш ҡушыуы буйынса, ул Өфөлә ғаиләһе – тормош иптәше һәм ике балаһы менән йәшәгән. Владимир Николаевич водитель булып эшләгән. 1991 йылда Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәргә китә. Ул Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Уға прапорщик званиеһы бирелә. 2022 йылдың сентябрендә, өлөшләтә мобилизацияланғанға тиклем, Владимир Николаевич Рәсәй Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған булған. Екатеринбург ҡалаһында 90-сы гвардия танк дивизияһының 2208-се мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Әммә уның киләһе пландары тормошҡа ашмаясаҡ. Үкенескә күрә, үлемесле яраланыуы уның ғүмерен өҙҙө. Уға 49 йәш ине. Владимир Николаевичтың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ауыр тупрағы еңел булһын.
Һалдатты ерләү сараһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сығыш яһаны һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡғыһын уртаҡлашыу сәләмен еткерҙе.
- Хөрмәтле Мария Владимировна, Сергей Владимирович, Адель, туғандары, яҡындары, митингта ҡатнашыусылар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан һәм үҙемдең исемдән ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Бөгөн һеҙҙең менән бергә бөтә республика, Рәсәй, Ҡырмыҫҡалы районы халҡы ҡайғыра. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ысын яугирҙы, ысын һаҡсыны, республикабыҙҙың лайыҡлы улдарының береһе, гвардия прапорщигы Емельянов Владимир Николаевичты һуңғы юлға оҙатабыҙ. Беҙ уны һуңғы юлға оҙатыуҙан тыш, нацизмға ҡаршы көрәшеүҙә Ватаныбыҙҙы, беҙҙе яҡлағаны өсөн баш эйәбеҙ, ихтирам күрһәтәбеҙ һәм рәхмәт белдерәбеҙ. Ул ситтә тороп ҡалманы, шулай уҡ нәҡ беҙҙең тиҫтәләгән мең һалдат һәм офицерҙарыбыҙ кеүек үк Рәсәй Ҡораллы көстәре генераль штабының юғары баш командующийы указын үтәне. Үҙ бурысын намыҫ менән үтәне. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вафат булды. Һуғыш иң яҡшыларҙы алып китә. Ул шулай уҡ ҡасандыр генерал Шайморатов кеүек Донбасс биләмәһен азат итә. Бөгөн, әлбиттә, ата-әсәһенә ысын илһөйәр, Ватанды һаҡлаусы итеп тәрбиәләгәндәре өсөн баш эйәм. Һеҙҙең йөрәк әрнеүегеҙҙе, әлбиттә, бер ниндәй ҙә һүҙ йыуата алмай. Беҙ һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ. Владимир Николаевичтың батырлығы, ҡаһарманлығы өлгөһөндә үҫеп килгән быуынды тәрбиәләйәсәкбеҙ. Тыныс йоҡла, иптәш прапорщик,- тине Ирек Хәйривари улы һәм Владимир Николаевичтың тол ҡатыны Мария Владимировнаға Башҡортостан Башлығы Указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн прапорщик Владимир Емельянов үлгәндән һуң лайыҡ булған генерал Шайморатов ордены тапшырҙы.
Артабан һүҙҙе муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров алды.
- Хөрмәтле матәм митингыһында ҡатнашыусылар. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән Еңеү паркында – ул райондың иң үҙәк урыны, бында беҙ тарихтың төрлө этаптарында үҙ-үҙен йәлләмәйенсә илебеҙҙе һаҡлағандарға хөрмәт күрһәтәбеҙ. Быйыл сентябрҙә, Тыуған иленә бурысын ҡайтарып, хеҙмәт итеүсе булараҡ, Владимир Николаевич беҙҙе яҡлай алырлыҡ ир икәнен аңлап, һайлау яһаны. Ысынлап та, ошондай көслө кешене тәрбиәләгән өсөн ғаиләһенә, бөтә Ефремкин еренә ҙур рәхмәт. Бер нисә аҙна элек Ефремкин ауылында Советтар Союзы Геройына арналған сара үткәргәйнек. Унда беҙ илһөйәрлек, Тыуған ил тураһында һөйләнек, балалар менән ниндәй кеше, граждан булырға кәрәклеге хаҡында һөйләштек. Ҡырмыҫҡалы районында тыуып үҫкән бик күп яҡташтарыбыҙҙың, район геройҙарының исемдәре эргәһендә тағы ла бер исем барлыҡҡа киләсәк. Уларҙың батырлығы тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ, быны һәр саҡ иҫтә тоторға, балаларға, ейәндәргә һөйләргә кәрәк, сөнки тарихи хәтерҙе юғалтыу бөгөн Украинала барған ваҡиғаларға килтерә. Хөрмәтле Владимир Николаевичтың яҡындары ауыр ҡайығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, геройыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Был паркта ағас ултыртыласаҡ, Ефремкинда мемориаль таҡтаташ ҡуйыласаҡ, Бөйөк
Ватан һуғышы геройҙары исемдәренә яҡташтарыбыҙҙың исемдәре индереләсәк, беҙҙе азатлығыбыҙҙы яҡлап, тыныс күк йөҙөбөҙҙө һаҡлап ғүмерҙәрен биргәндәр беҙҙең райондан бишәү,- тине Әлфир Фәрхәт улы һәм бер минут тынлыҡ иғлан итте.
- Прапорщик Еамельянов махсус хәрби операция бурыстарын үтәгәндә үҙен ҡыйыу хәрби хеҙмәткәр итеп күрһәтте. Ул үҙе беҙҙең Ҡораллы Көстәргә һәм союздаш ғәскәрҙәргә ярҙамға килде. Владимир кеүек хәрбиҙәр ярҙамында беҙ еңеү яулаясаҡбыҙ. Геройҙарға мәңгелек дан,- тине контракт хеҙмәтенең өлкән сержанты, полкташы Валентин Моратов.
- Бөгөн бында беҙ изге күңелле, ғәҙел, ысын кешене хөрмәтләп иҫкә алыу һәм һуңғы юлға оҙатыу өсөн йыйылдыҡ. Митингта ҡатнашыусыларҙың күбеһе уны шәхсән белә ине. Ул ғүмере буйы яугир, көрәшсе булды. Олег, мин аяҡ өҫтө тороп вафат буласаҡмын, ти торғайны. Беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу. Уның тураһында хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ,- тине туғаны Олег Емельянов.
Егеттең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, батыр егет. Беҙҙең хәтерҙә ул ғүмерен илдең азатлығы, яҡты киләсәге өсөн биргән ысын яугир булып ҡаласаҡ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.