Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
13 Октябрь 2022, 07:03

Яңы етештереү тармағы асыла

Ишембай районына 151 миллион һум күләмендә инвестиция йәлеп ителәсәк.

Яңы етештереү тармағы асылаЯңы етештереү тармағы асыла
Яңы етештереү тармағы асыла

Башҡортостан Хөкүмәте республиканың үҫеш корпорацияһы әҙерләгән инвестиция тәҡдимдәре исемлеге тулыландырылыуы тураһында хәбәр итә. Әйтәйек, инвесторҙарға "Алға" махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә шәхси гигиена продукцияһын етештереү буйынса яңы завод төҙөү вариантын өйрәнергә тәҡдим ителә. Бизнес-тәҡдимдә күрһәтелгән иҫәпләүҙәр буйынса проект бюджеты 151,4 миллион һум тәшкил итәсәк. Компанияға 17 яңы эш урыны булдырырға кәрәк буласаҡ.

— «Алға» махсус иҡтисади зонаһының идарасы компанияһы булараҡ, Үҫеш корпорацияһы уңайлы һалым һәм ҡуртым шарттарын ғына түгел, бизнесты үҫтереү буйынса әҙер ҡарарҙар ҙа тәҡдим итә. Мәҫәлән, Ишембай районында бизнес-тәҡдимде тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бар. Бында инвестор шәхси гигиена продукцияһын етештереү өсөн бер нисә линия, шулай уҡ келәт һәм административ биналар урынлаштыра ала, — ти Башҡортостандың үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Эшләнгән концепциянан тыш, проект финанс-иҡтисади күрһәткестәрҙе үҙ эсенә ала, уны тормошҡа ашырыу һәм түләү ваҡыты тураһында кәрәкле мәғлүмәтте күрһәтә. Шулай уҡ дәүләт ярҙамының тәҡдим ителгән саралары менән танышырға мөмкин. Шулай итеп, инвестор “Алға”ның махсус иҡтисади зонаһында йәшәүселәр өсөн ғәмәлдә булған преференциялар, шулай уҡ Сәнәғәт үҫеше фонды һәм Төбәк лизинг компанияһы тәҡдимдәре менән файҙалана аласаҡ. Шулай итеп, яңы етешетереү майҙансығы Рәсәй баҙарынан ҡайһы бер компаниялар сыҡҡандан һуң бушаған урынды биләй, импортты алмаштырыуҙы үҫтереү сиктәрендә тотороҡло эшләй ала.

Ошо һәм башҡа инвестиция тәҡдимдәре менән Үҫеш корпорацияһы сайтында «Бизнес-кейс» бүлегендә танышырға мөмкин.

Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙың бөтә этаптарында ла ярҙам итеү, берҙәм тәҙрә форматында эшләү менән шөғөлләнә. Белгестәр проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың бөтә этаптарында ла — концепцияны эшләүҙән алып объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыуға тиклем бушлай оҙатып бара. Хеҙмәткәрҙәрҙең тәжрибәһе инвестиция проекты менән эшкә теләһә ниндәй этапта ҡушылырға һәм бурыстарҙы һөҙөмтәле хәл итергә мөмкинлек бирә. Етәкселәр Башҡортостан Республикаһында үҙ бизнесын үҫтереү менән ҡыҙыҡһынған барлыҡ инвесторҙарға ла комплекслы ярҙам күрһәтергә һәм улар өсөн ышаныслы партнер булырға әҙер. Ведомство хеҙмәттәре тураһында ентекле мәғлүмәт менән https://kr-rb.ru/ сайтында танышырға була, телефон һандары: 8 (347) 214-90-70.

 

Фото: "Башинформ". 
Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас