Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
13 Октябрь 2022, 04:15

Уларҙың инженерлыҡ һәләте иҫ киткес!

Ҡондоҙҙар бер нисә йөҙ метрғаса һуҙылған быуалар төҙөргә һәләтле. Ә был эштәрҙе Яйыҡ йылғаһында башҡарғандар. 

Уларҙың инженерлыҡ һәләте иҫ киткес!Уларҙың инженерлыҡ һәләте иҫ киткес!
Уларҙың инженерлыҡ һәләте иҫ киткес!

Ишкилде Камалов “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә үҙенсәлекле фотоһүрәттәр менән уртаҡлашты. “Яйыҡ йылғаһына ҡом алырға килгәйнем, ҡондоҙҙар ауҙарған ағастарҙы күрҙем. Күпме көс-ғәйрәт кәрәк был эште башҡарыу өсөн”, - тип яҙҙы ул.

Уның яҙмаһына комментарий рәүешендә Замир Ҡәләмов атлы уҙаман видеояҙма менән уртаҡлашты. Видеояҙмала ла Яйыҡ йылғаһы һәм унда ҡондоҙҙар тарафынан эшләнгән быуа төшөрөлгән.

Ҡондоҙҙар өңөн һаҡлау һәм үҙҙәренә ризыҡ табыуҙы еңелләштереү өсөн даими рәүештә ошондай быуалар төҙөй. Уларҙың инженерлыҡ һәләте иҫ киткес! Ағасты кимереп, кәрәкле урынға ауҙара белеүҙән тыш, быуалағы һыу кимәлен дә контролдә тоталар.

Ҡондоҙҙар төҙөгән быуаларҙың зыяны ла етерлек. Ағастарҙы йығыуҙан тыш, был быуалар йылғаларҙың ағышына тәьҫир итә, уларҙы ылымыҡ, ләм менән ҡапланыуына сәбәпсе булып тора.

Был кимереүселәр бер нисә йөҙ метрғаса һуҙылған быуа төҙөргә һәләтле.

Фотолар: Ишкилде Камалов “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһенән.

Видео: Замир Ҡәләмов.

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас