Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
12 Октябрь 2022, 18:05

ҺӨЙӨҮЕМӘ ТОҒРО ҠАЛАМ

Рузель менән Ғәзизәнең осрашыуын оҙаҡ бер кем дә белмәне. Бибинур егетте баҫтырып-баҫтырып ҡараны ла, аҙаҡ ҡул һелтәне.

ҺӨЙӨҮЕМӘ ТОҒРО ҠАЛАМҺӨЙӨҮЕМӘ ТОҒРО ҠАЛАМ
ҺӨЙӨҮЕМӘ ТОҒРО ҠАЛАМ

Ғәзизә менән Рузельдең үҙ доньЯлары үҙенә бер башҡа булды . Гүйә , был доньЯла икәүһенән башҡа кеше юҡ ине улар өсөн . Ҡырға сығып Ялан , ҡырҙар буйлап баҫтырышҡан ҡыҙ менән егеттең сәстәренән елдәр наҙлап һыйпағанда , ҡараңғы күктә йымылдашҡан йондоҙҙар күҙ ҡыҫҡанда , ике йөрәк бер береһе өсөн Ярһып типкәндә , был доньЯла улар икәү генә ине .
— Ғәзизәм !!!
Рузельдең өҙөлөп , наҙлап ҡына өндәшкән тауышынан , ҡыҙ үҙен томан араһына инеп ирегән һымаҡ хис итте .
-— Әүүү , ишетмәйем нимә тиһең ? - ҡыҙ күҙҙәрен шаЯн көлдөрөп хәйләкәр йылмаЯ .
-— Ғәзизәм , белһәң ине , нисек һине Яратыуымды ! Һине күрмәйенсә бер минут та , юҡ , бер секунд та йәшәй алмайым .
-— Ишетмәйем , ҡабатла !!!
-— Мин һине Яратам , Ғәзизәм !!! Яратааааам !
Рузельдең тауышына урман Яңғырап китте , шаңдау булып кире әйләнеп ҡайтты .
-— Яратааааааааммм ... ааа ммм .

Йылы йәйҙе , эс бошорғос Ямғырлы , һалҡын көҙ алмаштырҙы . Ғәзизә менән Рузель генә көҙҙөң эс бошорғос икәнен һиҙмәнеләр .
Улар өсөн һаман да йәй дауам итә ине . Туҡтауһыҙ Яуған Ямғырға , аЯҡ аҫтында батырлыҡ ҡойо бысҡылдап Ятыуына ла иғтибар бирмәнеләр . Кис етеү менән бер береһе менән осрашыуға атлығып торҙолар .
Ямғыр аҫтында көлөшә һөйләшә ауыл урамдарын арҡырыға буйға үтерҙәр ине . Йәшлектең иң матур , иң илаһи мәлдәренең береһе егет менән ҡыҙҙың етәкләшеп Ямғыр аҫтында йөрөүе .
Мәңге ҡабатланмаҫ мәлдәр . Ваҡыт үткәс һағынып хәтерләр сихри минуттар ...
Инде бер кемгә лә , сер түгел ине инде , уларҙың бер берен Яратып йөрөүе .
Ғәзизәгә Рузельдең әсәһе Факиһа инәйҙең һүҙен дә алып килеп еткерҙеләр .
-— Күренекле , белгән кешеләрҙең балаһы . Күҙебеҙ алдында үҫкән ҡыҙ , ҡуш ҡуллап килен итәм Ғәзизәне .
Ҡыҙҙың ҡыуанысының сиге булманы . Рузельдең ҡустылары ла осрағанда , еңгәй , ҡулъЯулыҡ бир , тип шаЯртып үтә башланылар .
Ғәзизәнең әсәһе ауыҙынан да шундайыраҡ һүҙ сыҡҡайны әле бер .
-— Факиһа һәйбәт ул , ҡоҙағый булышһаҡ ҡалай арыу булыр ине . Малайы ла ипле генә күренә . Уаҡ төйәкте төйнәштерә торор кәрәк әле , ҡапыл ғара туй муй булып ҡуйһа .
Ғәзизә оЯлышынан ҡып ҡыҙыл булды .Эй, ошо әсәһе , атаһы алдында өндәшмәһә лә булыр ине .
-— Кем кейәүгә сыға әле , тигән булды шым ғына .
-— Аһ , аһ , осрашып йөрөгәс сығаһың инде . Ҡайҙа ҡарама , Ғәзизә менән Рузель йөрөй тиҙәр . Һыу буйындамы , ҡаЯ бшындамы һеҙҙән башҡа кеше юҡ . Йөрөмә тимәйем , матур йөрө , әсәһе бармағын Янаны ла үҙ эшенә әүрәне . Ғәзизәнең йөрәге дарҫлап тибергә тотондо . Йә , Хоҙай бөтәһе лә белә , бөтәһе лә риза . Ысынлап та шулай булырмы икән ни ?
Ғәзизә Рузельдең кәләше булып , ап аҡ туй күлдәктәре кейеп загсҡа барырҙармы икән ни ? Факиһа инәйҙең тупһаһына килен булып төшөргә насипмы икән уға ? Кем уға һыу башлар икән ? Ҡыҙ татлы хыЯлдарға сумыр булып китте .

Әхирәте Бибинурҙан әҙерәк әрләнеп алды Ғәзизә .
-— Аҫтыртын ! Ҡандай егетте бөтәбеҙҙән һалдырып алды ла , өндәшмәй ҙә бит әле .
Рузельдең шундай сибәр үҙенә ҡарамай , унан күпкә ҡайтыш Ғәзизәне һайлауына Бибинурҙың эсе бошто бошоуын .Тик этлек уйламаны , араларына ҡыҫылманы . Сибәр ҡыҙға ҡараусы егеттәр күп булды , тик ул Рузельдең үҙен һанламауына йәне көйҙө .Ваҡыт ваҡыты менән үҙенең көнләшеүен һиҙҙереп ҡуйһа ла зыЯн эшләмәне әхирәтенә .

Ғәзизә менән Рузель осрашыуҙарын дауам итте .
Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла өшөмәҫлек ҡайнар ине уларҙың һөйөүе . Иң саф , иң таҙа һөйөү ине уларҙың араһында . Егет ныҡ ҡәҙерләне , ҡурсаланы һөйгәнен .
-— Ғәзизәм , һин шундай саф , шундай матурһың бит . Гәлсәр һауыт кеүек кенә күрәм һине . Һаҡһыҙ ҡағылып ватыуҙан ҡурҡам хатта .
-— Мин гәлсәр түгел , ватылмам , ҡыҙ ундай саҡтарҙа ҡысҡырып көлә ине .
-— Шул тиклем Яратам ! Күҙемдән осоп барған һымаҡһың , Рузельдең тауышында моңһоу ауаздар Яңғырап китә . Үҙен иҫе китеп Яратҡан егеттең наҙлы тауышынан башы әйләнгән ҡыҙҙың , күҙенә аҡ ҡара күренмәй ине . Бер туҡтауһыҙ көлә ине ул .
Ғәзизә лә Ярата Рузельде . Үҙенә әйтергә ҡыймай ине генә . Егет кешегә Яратам тип әйтер өсөн ҙур батырлыҡ кәрәктер ул . Ҡыҙ һалҡыныраҡ булып ҡыланды , һәр һүҙҙе шаЯртыуға борҙо , ишетмәгән кеше булып , ҡат ҡат ҡабатлатты . Ҡыҙ көнөнә мең тапҡыр һораһа ла , егет Ялҡманы . Йыванмай бер үк һүҙҙе ҡабатлай ине , Яратам , Яратам , Яратам ...

Ғәзизә эйелеп , услап ҡар алды ла Рузельдең елкәһенә һирпеп ебәрҙе . Үҙе ҡысҡырып көлә көлә йүгереп китте . Егет ҡыҙҙы ҡыуып етеп ҡосағына алды . Ғәзизә ысҡынырға тырышып тартҡылашһа ла , егеттең көслө ҡулдарынан ысҡына алманы .Рузель ҡыҙҙың ирендәренә үрелде .
Тәүге тапҡыр сихри һәм баш әйләндергес үбеү тәмен татыған ҡыҙ юғалып ҡалды . Әйтерһең дә , йәне күктәргә остомо ни ...

Бер береһен көрткә этә төртөп шаЯрыуҙар , баҫтырышыуҙар , айлы төндә үбешеүҙәрҙән Ғәзизәнең аңы томалана ине . Ул шул тиклем бәхетле , шаЯн һәм ғәмһеҙ ине .
Икәүләп көрткә салҡан йығылалар ҙа , күктә йондоҙ атылыуын һанайҙар . Имеш , йондоҙ атылған мәлдә теләк теләһәң , ҡабул була тип ишеткәне бар ине .
Рузель менән ниндәй генә хыЯлдар ҡорманы улар , шулай көрт өҫтөндә күккә ҡарап Ятҡан мәлдәрендә , ниндәй генә теләктәр теләмәнеләр .

Февраль айының сатлама һыуыҡтарында , Рузель Ғәзизәне үҙҙәренең усаҡлығына алып инде . Йылыла ултырайыҡ тип . Улар сәйҙе усаҡлыҡта эсәләр , ә өйҙәрендә йәшәйҙәр ине .Факиһа инәй егәрле , таҙа ҡатын . ДоньЯһы Ялтырап Ята , аш һыу урыны усаҡлыҡта булғас , өйҙәрендә тәртип иҫ китмәлелер инде , Ғәзизә уныһын белмәй .
Ҡосаҡлашып ҡына торғандарында Факиһа инәй килеп инде лә кире йүгереп сығып китте .
-— Ишегегеҙҙе бикләһәгеҙ ней була , һыу эсәйем тиһәм , тигән тауышы ғына алыҫтан ишетелде .
Һыуыҡ ваҡыттарҙа усаҡлыҡта ултырған йәштәрҙе әрләмәне ул . Йомошо булып сыҡҡан ваҡыттарында ишекте тартып ҡарай ҙа , һеҙ ултыраһығыҙмы ни , тип һөйләнә һөйләнә кире инеп китә ине .
Рузельдәрҙең патефондары бар ине . Патефон Ғәзизәләрҙә лә бар , тик юнле пластинкаһы юҡ . Ә Рузельдә пластинка күп ине . Йыр ҡуйып тыңлап , ҡуша йырлап , бейеп таң аттырҙылар улар .
Снег кружитьсЯ , летает летает ,
Заметает зима , заметает ...
Ошо йырҙы икеһе лә ныҡ Яратты .
Күпме таңдарҙы , ҡосаҡлашҡан килеш ошо көйгә өйөрөлөп ҡаршыланы икән , берен бере өҙөлөп һөйөүсе йәш йөрәктәр ?

Ғәзизәнең әсәһе ауырып китеп , Өфө больницаһына һалдылар . Оҙаҡ Ятып киткән әсәһенең хәлен белергә барырға йыйынды ул .Әҙерләнеп юлға сыҡты . Автобус менән Сибайға тиклем Рузель оҙата барҙы . Киске поездға ултыртып ебәрҙе .
Ҡыҙ башҡалала ике көн булып , әсәһенең хәле арыуланыуына ҡыуанып ҡайтырға сыҡты .
Ауылға ҡайтып етеүенә , өйҙәрендә уны әхирәте Бибинур көтә ине . Ғәзизәнең ҡайтыуын сыҙамай көткән Бибинурҙың Яңылығы бөтә доньЯның аҫтын өҫкә әйләндерҙе .
Һаҡмар йылғаһы буйында йәшәүсе Фәррәх ҡарттың кинйә малайы Салихты армиЯға алдылар . Дуҫ иштәрен , туған тумасаларын йыйып оҙатыу кисәһе ойошторҙо ата - әсәһе .
Ауыл ерендә шулай бит инде , берәйһе армиЯға китһә йә ҡайтһа , бөтә ауылдың йәштәре йыйыла .
Рузель дә була ул кисәлә . Иптәштәре ыңғайына арыу ғына эскән егет төпкө бүлмәләге карауатҡа инеп ауа һәм таңға тиклем уЯнмай йоҡлай . Яҡтырғанса тиклем байрам иткән йәштәр Рузельдең Айгөл исемле ҡыҙ менән ҡосаҡлашып Ятыуына шаһит була . Был хәбәр Бибинурҙың ҡолағына төшмәһә бәлки , үтеп тә китер ине . Ул үҙ сиратында шундай ҙур Яңылыҡты әхирәтенә еткереүҙе кәрәк тип иҫәләне .
Шундай итеп , йәндәре өҙгөләнеп Яратҡан кешеһенең хыЯнатын аңламаны Ғәзизә . Карауатына Ятып башын Яҫтыҡ менән ҡаплап иланы ла иланы ...
Урамға ла клубҡа ла сыҡмаған Ғәзизәгә ни булыуын аңламаған Рузель , һөйгәнен нисек тап итергә белмәй йөрөнө лә йөрөнө . Килеп һыҙғырып торһа ла ҡыҙ сыҡманы . Ахырҙа егет ҡыҙҙың эштән ҡайтҡан сағын ҡарауылланы .
— Ғәзизәүүү !!! — Рузельдең өҙөлөп өндәшеүенә ҡыҙ әйләнеп тә ҡараманы .
— Бөттө ! Барыһы ла бөттө ! Килмә !!!
Ҡыҙ Ярһып ҡысҡырҙы ла йүгереп ҡайтып китте , егет аптырап тороп ҡалды .
Ул кисәлә Рузель менән Айгөлдөң араһында бер нимә лә булманы . Рузель хатта үҙенең Айгөл эргәһендә таң аттырыуын да белмәне , был турала уға бер кем дә әйтмәне лә .Айгөл эсергә Ярата ине , иҫерек баштан Рузельдең Янына килеп Ятҡандыр , таң атҡас бер ни булмағандай тороп ҡайтты ла китте .
Рузель Ғәзизәнең ни өсөн үҙгәреүен аңлай алманы , ә Ғәзизә Рузельдең ғәйепһеҙ икәнен белмәне .

Ҡыҙ бер ергә сыҡмай илап Ятты Ятты ла , үҙен ҡулға алды . Клубҡа йәштәр араһына сыға башланы .
Яңы армиЯнан ҡайтҡан Заһир ҡыҙҙың артынан йөрөй башланы . Рузель дә баҫтырҙы ҡыҙҙы , аҙым һайын ҡарауылланы . Тик ҡыҙ уны тыңларға ла теләмәне .
— Ғәзизәү , һөйләшәйек әле , егеттең инәлеүенә ҡыҙ иремәне .
— Һинең менән һөйләшер һүҙем юҡ , тип ҡырт боролоп китә ине .
Ғәзизә Заһир менән йөрөй башланы . Оҙон оҙаҡҡа һуҙмай өйләнешеп тә ҡуйҙылар .
Рузельде эсә башлаған тинеләр .Бер ауылда йәшәгәс тап килешкән саҡтары ла булғыланы .
Рузель һағышлы ҡараштарын төбәп , әсенеүле йылмаЯ ине уны күрһә . Ә Ғәзизә уны күрмәмешкә һалышты .
Уңманы Ғәзизә тормоштан . Бер - бер артлы балалар тыуҙы , доньЯ йөгө баҫты ҡатынды . Ире эсте , йөрөнө , тәүге мөхәббәтен ҡушып туҡманы . Ҡатын матур итеп йәшәргә тырышһа ла тормошо алға барманы .
Рузель өйләнмәне , ситкә сығып эшләп ҡайтты ла , Ялында эскеләне . Айыҡһа әсәһенең доньЯһын төҙәтеп , эш менән булды .
Ғәзизәнең ыҙалап йәшәүен белә ине ул . Иренән айырылһа , биш балаһы менән алам тип сәләмдәр ебәрҙе . Осрашыу эҙләп ҡараһа ла , Ғәзизә осрашманы уның менән . Иренән айырылманы , йәшлек мөхәббәте менән осрашыу эҙләмәне , ҡауышыуҙы башына ла килтермәне . Ҡатын уны күптән күңел түренән һыҙып ташлаған ине инде . Иренә , балаларына әүрәп үҙ тормошо менән йәшәй бирҙе . Ғүмер буйы үкенеп илап ултырып булмай бит , Ғәзизәне лә балалар , доньЯ йөгө баҫты . Йәшлек һөйөүе матур әкиәт һымаҡ йыраҡта , үткәндәрҙә тоноҡланып ҡалды . Тора бара бөтөнләй ҙә онотолдо .
Күп йылдар үткәс , Ғәзизәнең улы армиЯнан ҡайтҡан ине . Улы ҡайтыу хөрмәтенә туғандарын саҡырып мәжлес йыйҙылар . Бал ҡойоп самогон ҡыуҙы ире . Ҡатындар уны эсмәй торған , берәй вино алайым әле , тип магазинға барҙы Ғәзизә . Һатыусы менән көлөшә көлөшә тәмле вино һайлап тора ине , арттан берәү килеп ҡосаҡлап алды .
— Ғәзизәм , минең Ғәзизәм !!!
Ҡатын " терт " итеп ҡалды . Шул тиклем үҙәктәрҙе өҙөп , наҙлы итеп әйтелгән тауышҡа тертләне ул , китсе , Ғәзизә бар көсөнә ирҙе этеп ебәрҙе .
— Ни хәлдәрҙә генәһең , Ғәзизәү ?
— Минең хәлемдә ни эшең бар , ҡатын уға күтәрелеп ҡараны ла ҡойолоп төштө .Йә , Хоҙай ! Шул уҡ ҡараш , шул уҡ йылмайыу , аҡ йөҙөндә бер генә лә сырыштың әҫәре лә юҡ . Була бит доньЯла шундай сибәр кешеләр . Ә күҙҙәре , күҙҙәре шундай һағышлы ...
— Ҡуй , миндә эшең булмаһын , Ғәзизә йәһәтләп сығып китеү Яғын ҡараны .
— Иххх , Ғәзизәү , Ғәзизәүүү ...

Ә иртәгәһенә ...
Иртәгәһенә , ике машина бәрелешкән , икеһендә лә кешеләре имен ҡалмаған тигән аЯныслы хәбәр бөтә ауылды тетрәтте . Машиналарҙың береһендә Рузель булған ...
Ошоғаса таш шикелле йөрөгән Ғәзизәне шаңҡытты был хәбәр .Үҙәк буйҙарын әллә үкенес әллә әллә нимә көйҙөрҙө . Баҡсаһына инеп ағас ышығына ултырҙы ла , күҙ йәштәренә ирек бирҙе ...

Унан һуң да байтаҡ һыуҙар аҡты инде . Ғәзизәнең сәстәренә лә сал ҡуна башланы . Яңғыҙ ҡалыуына ла , ауылдан китеүенә лә апаруҡ ваҡыт үтте .Балалары күптән үҫеп етеп таралышты . Ғәзизә өләсәй инде .
Йылына бер тапҡыр тыуған ауылына бара Ғәзизә . Автобустан зыЯрат тәңгәлендә төшөп ҡала ул .
Бына тағы килде зыЯратҡа . Бында әсәһе мәрхүмәнең ҡәбере .
— Әсәй , әсәйгенәм ... Ғәзизә әсәһенең ҡәберенә аҡ раузалар һалды . Шунан ары атланы .
— Әхирәткәйем ! Бибинурым , исмаһам һин булһаңсы Янымда .
Бибинур иллегә лә етмәҫтән йөрәк сиренән китеп барғайны .Ғәзизә уның китеүен бик ауыр кисерҙе . Мин үлһәм , мине онотма , тиер ине гел .Әллә йәшәмәҫен һиҙендеме икән ?
Ғәзизә , әхирәтенә ҡыҙыл раузалар килтерә . Бибинур ҡыҙыл сәскәләр Ярата ине . Ике әхирәт ғүмер буйы ҡатышып йәшәнеләр . Ғәзизә уға үпкә һаҡламаны бер ваҡытта ла .

Ә бында , бында ҡасандыр Ғәзизәне үлеп Яратҡан Рузельдең мәңгелек төйәге ...
— Һаумы , Рузель !!! Мин килдем , тип шыбырланы ҡатын .
— Ғәзизәү , Ғәзизәм ... Һағындым !
— Кисер мине , зинһар кисер , ҡатындың биттәре буйлап ҡайнар күҙ йәштәре тәгәрәне . Маңлайын ҡәбер рәшәткәһенә терәне , ҡулы менән памЯтниктағы фотоны һыйпаны . Фотонан уға йәш , матур аҡ ҡына йөҙлө ир йылмайып ҡараны ...
Ғәзизә йәшлек мөхәббәтенә аҡ ҡына каллалар килтерә гел .Калла Рузельдең дә Ғәзизәнең дә Яратҡан сәскәләре .
Һигеҙенсе март байрамына бергә дуҫ булып йөрөгән егеттәр , үҙҙәренең Яратып , дуҫлашып йөрөгән ҡыҙҙарын саҡырҙылар . Рузельдең дуҫы Саматтың әсәләре гел өй бирә ине йәштәргә . Саматтарҙың өйөндә матур итеп табын әҙерләгәндәр . Уйнап , көлөп , гармунға бейеп күңелле генә ултырҙы йәштәр . Самат гармунда өҙҙөрөп уйнаны , Рузель гитарала оҫта уйнай ине . Егеттәр барыһы ла ҡыҙҙарға байрам менән ҡотлап бүләктәр алғандар ине . Искуственный сәскәләргә ҡушып , кемеһе духи кемеһе шарф алған .
Ә Рузель , кеше аптыратмаһа Рузель булыр инеме ни ул ? Ҙур ғына һауытлы ҡыҙ формаһындағы , хуш еҫле духи алған ине ул . Тышына " Афродита " тип Яҙылған . Духиға һоҡланырға ла өлгөрмәне ҡыҙҙар , гәзиткә төрөлгән бер ҡосаҡ аҡ сәскәләр килтереп сығарҙы Рузель . Теп тере генә , ап аҡ ҡына ! Каллалар ! Бөтәһе лә " аһ " итте . Тышта март бураны ҡотора , ә өйҙә тере сәскәләр !
Был минуттарҙа Ғәзизә үҙен батшабикәнән кәм тоймағандыр .Ул шундай шат , шундай бәхетле ине .

— Ярай , Рузель ! Хуш , алдағы йыл тағы килермен .Ҡатын ҡайтыу Яғына атланы .

Ғүмер аҡҡан һыу менән бер икән . Элек ошо баҫыуҙарҙа иген диңгеҙе айҡалып - сайҡала ине , хәҙер бер нимә лә юҡ .
Тормош ниңә шулай үкенесле икән ?!
Ғәзизә Һаҡмар буйына төшөп бит ҡулын йыуҙы . Сумочкаһынан тараҡ алып сәсен тарап рәтләне .
Ауылдаштар күҙенә илап , мөштәйеп күренмәйем әле тип , матур ғына атлап ауылға инде .
Ҡаршыһына , ҡулын маңлайына ҡуйып үҙен текләүсе әбей сыҡты .
— Ғәзизә , балам , һинме ул ?
— Мин инәй , мин .
-— Һау ғына йөрөйһеңме , әйҙә инеп сәй эсеп сыҡ .
Ғәзизә ҡаршылашманы , һүҙһеҙ генә әбейҙең артынан эйәрҙе .Инәй һис бирешмәгән әле ул тип эстән генә уйланы .
Сәй эсеп арыу ғына һөйләшеп ултырғас , инәй балдаҡтар сығарҙы .
— Мә , балам . Һиңә бирәм , һинеке ине бит ул .
— Юҡ , юҡ . Алмайым .
Ғәзизә балдаҡтарҙы инәйҙең усына кире йомдорҙо .
Алтын балдаҡтың да тарихы бар .
Рузель менән Ғәзизә йыш ҡына ауыл осондағы ҠаЯташҡа менә инеләр . Хатта ташҡа Ғәзизә + Рузель = мәңгелек мөхәббәт тип соҡоп Яҙғайны Рузель .
Шунда бер береһен мәңге Яратырға , бер беренә хыЯнат итмәҫкә тип вәғәҙә биргәйнеләр .
— Рузель , әгәр һин миңә хыЯнат итһәң , мин ошо ҠаЯташтан осасаҡмын , анауындааа , ҡыҙ упҡынға ымлап ҡысҡырып көлдө .
— Шунан был был тауҙы ҠаЯташ тип түгел , Ғәзизә осҡан таш тип әйтәсәктәр . Ә Рузель тигән бабай үлгәнсә , анау зыЯратҡа аҡ каллалар ташыЯсаҡ .
— Юҡ , юҡ ! Мин быға юл ҡуймаЯсаҡмын . Кәләш итеп алам да , эргәмдән бер ҡайҙа ла ебәрмәйәсәкмен .
— Ысын кәләш алаһыңмы , ҡыҙ бер туҡтауһыҙ көлдө лә көлдө .
— Ысын , әсәй инде һөйләнә башланы . Әҙерләнә торһаҡ та була , мин эш хаҡы алдым .Әллә зыйпылдата һуғып балдаҡ ҡарап киләйекме , Ғәзизәү ?
Иртәгәһенә Рузель әйтмешләй , зыйпылдата һуғып Сибай сығып киттеләр . Туй күлдәген кейеп ҡараны Ғәзизә . Аҡ күлдәк уға шул тиклем килешә ине . Рузель иҫе китеп текләне буласаҡ кәләшенә . Уныһын туй етәрәк алырға килештеләр ҙә икеһенә лә алтын балдаҡ алдылар . Рузель Ғәзизәгә бирмәксе булғайны , ҡыҙ үҙеңдә булһын тип алманы .
Ҡайтышлай ашханаға инеп сәй эстеләр , паркта туҡтап Ял иттеләр , мороженый алып ашанылар .
Рузель һәр саҡ бер нәмә уйлап сығара ине .Загста нисек балдаҡ кейҙерешергә репетициЯ Яһап алайыҡ әле тине . ПамЯтниктың ҡаршыһына тороп балдаҡ кейҙерештеләр .Шунан Рузель клумбанан сәскә өҙөп алып бүләк итте буласаҡ кәләшенә . Ә хәҙер , тәүге ғаилә вальсен иғлан итәм тип Ғәзизәне өйөрөлдөрөп алды , йырлай йырлай .
Үтеп барған кешеләр йылмайып , боролоп боролоп ҡаранылар ике хыЯлый йөрәктәргә .
Ғәзизә балдаҡтарҙы алманы .Бары тик Рузель менән бергә төшкән фотоны һораны .Яңы танышҡан саҡтарында район үҙәгенә барып төшкәйнеләр .
Бына ул Рузель , һалдат кейемендә . Ғәзизә күк ерлеккә аҡ борсаҡ төшкән күлдәк кейгән , сәсе оҙон үрмәйенсә генә алға төшөргән . Рузельдең ҡосағына һыйынып ҡына тора .
Икеһе лә бәхетле йылмаЯ .

Фотоның артында Мәңгелек һәм берҙән бер мөхәббәтем Ғәзизәм , тип Яҙылған ине .
Тағы ла аҫтараҡ ҡыҙыл ручка менән эре итеп Яҙылған Яҙыу тора :

ҺӨЙӨҮЕМӘ ТОҒРО ҠАЛАМ ...

Миңзифа Хамматова

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас