

Башҡортостандағы етем балалар өсөн Ҡырымдан ун тонна емеш-еләк килтерелде.
Алма менән сливанан торған тотош бер автофургонды Ҡырым Дәүләт Советы депутаттары 2014 йылдан алып республикабыҙҙың ҡырымдарға, тәү сиратта Белогорск районына ярҙамы өсөн ебәргән.
- Барлыҡ балалар ойошмалары һәм тәрбиәләнеүселәр исеменән Ҡырым депутаттарына ҙур рәхмәт әйтәм, - тине республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – Беҙгә дуҫтарса мөнәсәбәттәге Ҡырымдың нығыныуын, хәҙер инде Башҡортостанға бүләк ебәреүен күреү ҡыуаныслы. Көньяҡ емештәре Республика көнө уңайынан ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәктәрендә, социаль приюттарҙа тәрбиәләнеүселәргә өләшелде.
Бөгөн Ҡырым бүләге шулай уҡ Башҡортостандағы 28 балалар социаль ойошмаһына ебәрелгән. Республикалағы социаль приюттарҙың, балалар йорттарының тәрбиәләнеүселәренә ҡыш буйы ойошма ашнаҡсыларының көньяҡ емештәренән әҙерләгән һут-ҡайнатмалары – витаминдар – биреләсәк.
Фото: mintrud.bashkortostan.ru
Автор:Айһылыу Низамова