Даирә
+23 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
12 Октябрь 2022, 16:30

Бына беренсе туй!

Совет майҙанында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа асылған һәйкәл янында ниндәй пар беренсе булып туй мәлендә фотоға төшкән? Беҙ был бәхетле йәштәрҙең кем булыуын асыҡланыҡ. 

Бына беренсе туй!Бына беренсе туй!
Бына беренсе туй!

Мәғлүм булыуынса, Республика көнөндә баш ҡаланың Совет майҙанында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды. Бөгөн унда тәүге пар туй мәлендә фотоға төштө.

Республика Башлығы Радий Хәбиров селтәрҙәге сәхифәһендә йәштәрҙең ҡыуанысын уртаҡлашты.

"Бына беренсе туй! Йәштәргә бәхет! Был урын бөтәһенә лә мөхәббәт һәм именлек бүләк итһен", - тип изге теләктәрен еткерҙе республика етәксеһе.

Беҙ был бәхетле йәштәрҙең кем булыуын асыҡланыҡ - Өфө ҡалаһынан Алһыу менән Рушан Заһитовтар. Рушан Магаданда эшләй, ә Алһыу - Өфөлә. Улар: "Һәйкәл оҡшай, шуға ла бында килеп, иҫтәлеккә фото төшөргә булдыҡ", - тине.

Йәштәргә бәхет теләйбеҙ!

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән. 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас