

Белеүебеҙсә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов үҙе махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләк белдерҙе. Әле ул әҙерлек үтә. Республика көнөндә уҙған сараларҙа ҡатнашыуын күргәс, ҡайһы берҙәр “Азат Бадранов хәрби әҙерлек үтмәйме?” тигән һорау биргән.
Ҡыҙыҡһыныусыларға Азат Шамил улы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яуап бирҙе.
"Төрлө киң мәғлүмәт сараларынан минең әҙерлек үтеүем, махсус хәрби операция барған урынға китеүем, ултырыштарҙа һәм рәсми сараларҙа ҡатнашыуым буйынса һорауҙар килә.
Беренсенән, дәүләт хеҙмәтендәге эш килешеүем хәрби хеҙмәткә контракт төҙөгәс кенә юридик нигеҙҙә туҡтатыласаҡ. Тейешле норматив акт сығарыласаҡ. Хәрби хеҙмәткә контракт әҙерләнә. Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндәр бюрократик эштәрҙең күплеген, шул иҫәптән медицина комиссияһы һәм төрлө ведомстволарҙан запростар алыныуын белә. Ошоға бәйле әле минең чиновник статусым һаҡлана.
Икенсенән, әҙерлек көн һайын иртәндән кискә тиклем бара. Полигонда, тирҙа һәм спорт залында. Дөйөм алғанда, мин ултырыштарҙа, оперативкаларҙа ҡатнашмайым, эштәр һәм проекттар хеҙмәттәштәремә тапшырылған. Һирәк осраҡта республика Башлығы ҡарары буйынса ғына айырым кәңәшмәләргә киләм, был киске ваҡытта була. Шул саҡтағы фотоларҙа күренгәнмен.
Өсөнсөнән, минең графиктағы тайпылыш Республика көнө сараларына ғына бәйле булды. Генерал Шайморатовҡа һәйкәл асыуға ҡунаҡтар күп килде, һәр береһенеә Хөкүмәт ағзаһы беркетелгән. Миңә Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилинды оҙатып йөрөү бурысы йөкмәтелде.
Дүртенсенән һәм бишенсенән... Ҡабатлап әйтәм, мин октябрь аҙағында – ноябрь башында китәсәкмен. Дуҫтарым һәм дуҫ булмаған кешеләр, күп ҡалманы, сабыр итегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, фронтҡа киткән кешенең арҡаһына төкөрмәйҙәр", – тип яҙҙы Азат Бадранов.
Фото: А. Бадрановтың сәхифәһе.
Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-10-12/azat-badranov-h-rbi-erlek-te-e-ha-ynda-2986918