Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
11 Октябрь 2022, 04:32

Һәммәбеҙҙе улар "һағалай"

Көҙгө һалҡын көндәр етеү менән йоғошло сирҙәр тарала.

Һәммәбеҙҙе улар "һағалай"Һәммәбеҙҙе улар "һағалай"
Һәммәбеҙҙе улар "һағалай"

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһы менән сирләүгә бәйле хәл тураһында хәбәр итте.

10 октябргә ҡарата бер тәүлектә коронавирус инфекцияһын 380 кеше эләктергән. Тотош пандемия осоронда иһә 324125 кеше сирләгән. Әле дауаханаларҙа - 254, өйҙә 4145 кеше дауалана.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, бөгөнгә коронавирустан 895606 кеше ревакцинацияланған.

Көҙгө һалҡын көндәр етеү менән йоғошло сирҙәрҙең таралыуы хаҡында һәммәбеҙ ҙә яҡшы хәбәрҙар. Уларҙың көндән-көн артыуы күҙәтелә. Оҙаҡламай халыҡтың киҫкен респиратор вируслы сирҙәрҙән күпләп ауырый башлауы күҙаллана. Өҫтәүенә ковид та “һағалай”. Тимәк, икеләтә инфекция көтә. Шуға вакцинациялау һәм уны яңынан яһатыу хаҡында хәстәрлек күреү яҡшы.

Фото: park72.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас