Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
10 Октябрь 2022, 15:05

Һәйкәлде асыу тура эфирҙа күрһәтеләсәк

Һыбайлы Миңлеғәли Шайморатов һыны Ржев мемориалы, Донбасстағы “Саур-Могила” комплексы менән бер исемлеккә индерелгән.

Һәйкәлде асыу тура эфирҙа күрһәтеләсәкҺәйкәлде асыу тура эфирҙа күрһәтеләсәк
Һәйкәлде асыу тура эфирҙа күрһәтеләсәк

Өфөлә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа ҡуйылған һәйкәлде Рәсәйҙең әһәмиәтле монументтары исемлегенә индергәндәр. "Башҡорт батальоны” телеграм-каналы ошо хаҡта хәбәр итә.

Һыбайлы һыны Ржев мемориалы, Донбасстағы “Саур-Могила” комплексы менән бер исемлеккә индерелгән.

Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл иртәгә Совет майҙанында рәсми асыласаҡ. Был тарихи мәлде Башҡортостан юлдаш телевидениеһы 12.00 сәғәттә тура эфирҙа күрһәтә башлай. 

Автор фотолары һәм коллажы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас