Даирә
+28 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
10 Октября 2022, 09:26

Түбән ҡан баҫымлы кешегә кәңәштәр

Ҡан баҫымы даими түбән булғанда ла, был етди сир һаналмаһа ла, еңел түгел: йыш баш ауырта, дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелә, ҡапыл баш әйләнеп китә

Түбән ҡан баҫымлы кешегә кәңәштәрТүбән ҡан баҫымлы кешегә кәңәштәр
Түбән ҡан баҫымлы кешегә кәңәштәр

Ҡан баҫымы даими түбән булғанда ла, был етди сир һаналмаһа ла, еңел түгел: йыш баш ауырта, дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелә, ҡапыл ҡыбырлағанда баш әйләнә. Ундайҙарға иртән тороуы ауыр, йоҡонан һуң да улар ял итмәгән кеүек, бигерәк тә ундай торош һыуыҡ миҙгелдә күҙәтелә. Транспортта күңелдәре болғаныусан. Ҡан баҫымы түбән булғанда ҡайһы берҙә һауа етмәгән кеүек, йыш-йыш иҫнәтә, йөрәк тибеше йышлана, күңелдәрҙе буштан-бушҡа хәүеф-тулҡынланыу, ҡуҙғыу тойғоһо биләй.

Үҙҙәрен уңайлы, сәләмәт тойһон, күңелдәре күтәренке булһын өсөн гипотониктарға түбәндәге алымдарға иғтибар итергә мөмкин.

Бер ваҡытта ла ятҡан ерҙән кинәт торорға ярамай. Иртән уянғас та бер аҙ ҡул-аяҡтарҙы хәрәкәтләндереп ятып торорға, шунан ғына тороп ултырырға кәрәк.

Вертикаль торошҡа күнеккәс, яйлап ҡына аяҡҡа баҫырға. Ошондай тәртипте үҙләштергәндә баш әйләнеүен булдырмаҫҡа мөмкин.

Көн дауамында етерлек һыу эсергә онотмаҫҡа - 1,5 -2 литрға тиклем (кәүҙә ауырлығынан сығып иҫәпләнә).

Көнөнә дүрт-биш тапҡыр ашауҙы ойошторорға (ризыҡ витаминлы, бигерәк тә В, С, Е витаминдарына, пантотен кислотаһына бай булырға тейеш) кәңәш ителә.

Ҡан баҫымы түбән булғандарҙың ашҡаҙан сирҙәренә тиҙ бирешеүсәнлеге күҙәтелә, шуға күрә ыҫланған, майҙа ҡыҙҙырылған аҙыҡ ҡулланмау хәйерле.

Гипотониктарға йыш хәрәкәт итеп тороу файҙалы - әүҙемлек уларҙың ҡан тамырҙары һәм мускул тонусын күтәрә, йәшәү дәрте бирә. Йөҙөү, теннис, волейбол, бадминтон кеүек спорт төрҙәре - улар өсөн иң отошлоһо.

Бигерәк тә һыу процедуралары: гидромассаж, контраст душ (тик һыуҙы кинәт эҫетеп йә ныҡ һыуытып ҡулланырға ярамай) ҡан баҫымы түбән булғандарға ыңғай йоғонто яһай: хәл индереп, уятып ебәрә.

Бына тыш, элеутерококк, женшень, ҡытай лимоннигы кеүек дарыу үләндәре төнәтмәһен ашар алдынан (15-20 тамсылап ҡына) эсеү ҙә уларҙың хәлен бермә-бер яҡшырта.
Фото:jana.delfi.ee

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас