

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡов мәҙәниәт өлкәһендәге халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек тураһында һөйләне. Әйткәндәй, уның сығышы башҡорт телендә ине. Уның белдереүенсә, бөгөн министрлыҡтың эшмәкәрлеге мөһим әхлаҡи-рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыуҙа һәм алға этәреүҙә сағылыш таба.
– Беҙҙең тарафтан булдырылған артистар агитбригадалары хәрби уҡыуҙар үткәрелгән урындарҙа сығыш яһай, ә 11 октябрҙә Республика көнө уңайынан биш ҡалала концерттар уҙасаҡ, – тине ул. – 26 сентябрҙә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле 83-сө ижад миҙгелен Луганск ҡалаһында асты.
Әминә Шафиҡова иң сағыу сараларҙы һынап үтте. Мәҫәлән, былтыр Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Рәсәйҙең 50 ҡалаһында һәм биш сит илдә сығыш яһаған. Быйыл Рәсәйҙең биш төбәгендә гастроль турҙары үтте. Шулай уҡ ансамбль Белоруссияла “Славян баҙары” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашты. 2022 йылдың апрелендә Өфөлә “Донбасс” Дәүләт йыр һәм бейеү академия һәм Ф.Ғәскәров ансамблдәре берлегендә дөйөм концерт ойошторолған. Шулай уҡ йыл аҙағына тиклем баш ҡалабыҙҙа Донецк дәүләт опера һәм балет театрының сығыштары көтөлә.
– Былтыр Мәскәү ҡалаһындағы П.И. Чайковский исемендәге Концерт залында беренсе тапҡыр Башҡортостандың Милли симфоник оркестрының концерты уҙҙы. Оркестр шулай уҡ Екатеринбургта һәм Татарстан республикаһы ҡалаларында ла сығыш яһаны. 18 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ ҡоралдары оркестры шулай уҡ беренсе тапҡыр илдең төп концерт майҙаны – Кремль һарайында сығыш яһаны. Туймазы дәүләт татар драма театры Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында үткән «Abish Alemi» халыҡ-ара театр фестивалендә 2-се урынды яуланы һәм “Иң яҡшы ир-егет роле өсөн” дипломға лайыҡ булды, – тине ул.
25 октябрҙә Башҡортостан “Еңеү сиктәре” Төбәк-ара патриотик фестивален ҡабул итәсәк. Сара программаһында фәнни-ғәмәли конференция һәм Башҡортостан һәм Сыуаш Республикаһы сәнғәт оҫталарының концерты ҡаралған. 24 һәм 26 октябрҙә Мәскәүҙә һәм Өфөлә, Таджикистан менән Рәсәй араһында дипломатик мөнәсәбәттәрҙе булдырыуҙың 30 йыллығы уңайынан, илебеҙҙә Таджикистан мәҙәниәте көндәре үтәсәк. 26 октябрҙә “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында Таджикистан сәнғәт оҫталарының концерты уҙасаҡ.
Хеҙмәттәшлектең тағы бер йүнәлеше булып ойошмаларҙың һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең Халыҡ-ара, төбәк-ара фестивалдәрҙә, конкурстарҙа, конференцияларҙа ҡатнашыуы тора.
Ошо көндәрҙә Өфөлә барған һәм иртәгә Республика көнөндә тамамланасаҡ яңы “Геройҙар ваҡыты” Патриотик йырҙар фестивале илебеҙҙең 28 төбәгенән 425 ҡатнашыусыны берләштерҙе. Был фестиваль мотлаҡ рәүештә Республиканың брендына әйләнәсәк.
Башҡортостандағы мәҙәни ойошмаларҙың Яҡын сит илдәр менән хеҙмәттәшлек ептәре лә нығый.
Фото: kulturarb.ru