+24 °С
Ямғыр


Бөгөн, 10 октябрҙә, Башҡортостанға визит менән төбәк етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин етәкселегендә Донецк Халыҡ Республикаһы делегацияһы килде. Өфө аэропортында делегация вәкилдәрен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.
11 октябрҙә Денис Пушилин Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнаша, шулай уҡ Башҡортостан халҡын Республика көнө менән ҡотлай.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.