Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
10 Октябрь 2022, 16:41

Бына шулай, һатлыҡ йәндәр, ҡурҡаҡтар һәм дошмандар һәр саҡ булған...

Азат Бадранов: "Хәрби әҙерлек төркөмөнән бер иптәш Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дөйөм мобилизациянан ҡасып йөрөгән ауылдашы тураһында һөйләне..."

Бына шулай, һатлыҡ йәндәр, ҡурҡаҡтар һәм дошмандар һәр саҡ булған...Бына шулай, һатлыҡ йәндәр, ҡурҡаҡтар һәм дошмандар һәр саҡ булған...
Бына шулай, һатлыҡ йәндәр, ҡурҡаҡтар һәм дошмандар һәр саҡ булған...

Белеүебеҙсә, республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ғариза яҙҙы. Әле ул хәрби әҙерлек үтә, шул уҡ ваҡытта социаль селтәрҙә бөгөнгө ваҡиғаларға ҡағылышлы уй-фекерҙәре менән дә уртаҡлаша.  

– Хәрби әҙерлек төркөмөнән бер иптәш Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дөйөм мобилизациянан ҡасып йөрөгән ауылдашы тураһында һөйләне. Ул, фронттан ҡурҡып, баҙында йәшенгән һәм төндәрен генә сығып йөрөгән. Ошо йылдарҙа уның ҡыҙы үҫкән һәм бер мәл баҙҙан сығып барған кешене күреп, ҡурҡа һәм телдән яҙа. Иң ҡурҡынысы был да түгелдер, ә бер нисә быуын алмашынһа ла был хурлыҡ әле һаман ғаиләлә ҡара тап булып һаҡлана. Ауылда уларҙы ошо яманат буйынса ғына телгә алалар.  

Бына шулай, һатлыҡ йәндәр, ҡурҡаҡтар һәм дошмандар һәр саҡ булған. Уның һөҙөмтәһе бер – хурлыҡ һәм нәфрәт. Әле хәл бер аҙ тотороҡланды, ҡасырға теләгәндәр – ҡасты. Улар һүлпән һатлыҡ йәндәр. Кемдер күп осраҡта, мәғлүмәт һәм йәмәғәт проекттары аҫтында көнбайыш махсус хеҙмәттәренә эшләп, әүҙем һатлыҡ йәндәр юлына баҫты. Шул уҡ ваҡытта, төрлө сәбәптәр булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы бер төшөнсә берләштерә – ҡурҡыу тойғоһо. Улар үҙҙәренең ҡурҡаҡлыҡтарын ниңәлер ниндәйҙер гражданлыҡ позицияһы тип күрһәтергә тырыша, ошоноң менән уларҙың социаль селтәрҙәге шашыуы һәм асыуы аңлатыла.

Һатлыҡ йәндәрҙе һәм ҡурҡаҡтарҙы билдәле бер яҙмыш көтә, башҡаса булмай ҙа. Ышанысһыҙ эмиграцияның меҫкен яҙмышы (һеҙ унда кемгә кәрәкһегеҙ?), Тыуған илдә һәм барған илдәрҙә нәфрәт (Ҡаҙағстанға, Грузияға ҡасҡандарға нисек түбәнселек менән ҡарауҙары тураһында видеояҙмалар социаль селтәрҙә күп), енәйәти эҙәрлекләү һәм язаһы (барлыҡ һүҙҙәргә һәм ғәмәлдәргә иртәме-һуңмы яуап бирергә тура киләсәк).

Шул уҡ ваҡытта мин белмәйем, ҡурҡаҡтарға һәм һатлыҡ йәндәргә кемдән нығыраҡ ҡурҡырға – дәүләттәнме, әллә ауыр мәлдәрҙә илгә ярҙам иткән беҙҙең граждандарҙанмы. Махсус хәрби операция беҙҙең еңеү менән тамамланасаҡ, быға бер ҙә шикләнеү юҡ. Фронтҡа лайыҡлы киткән егеттәр шулай уҡ лайыҡлы ҡайтасаҡ. Улар, илгә еңеү килтергәндәр, ауыр мәлдә нимә эшләнең һәм ҡайҙа булдың, тигән һорау бирәсәктәренә ышанам. Ә егеттәр, билдәле булыуынса, йыш ҡына күп һөйләшеп тормаясаҡ һәм улар хаҡлы буласаҡ.

Әле беҙ һынау алдында торабыҙ, унда кешенең яҡшы һәм насар яҡтары күренә. Граждандарыбыҙҙың күпселеге яҡшы яҡтарын күрһәтеүе ҡыуаныслы. Йәмғиәттә тупланыу көслө бара, кешеләр мобилизацияланғандарға, азат ителгән биләмәләрҙе тергеҙеүгә һәм ярҙам итеүҙә, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә, ҡатындарына һәм әсәйҙәренә рухи һәм матди ярҙам күрһәтеүгә берләшә. Теүәл кешеләрҙе ауырлыҡтар һәр саҡ берләштерә. Рәсәй бирешмәйәсәк. Беҙ еңәсәкбеҙ, – тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Азат Бадранов.

 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/a.badranov

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас