

Асҡын районының Гөмбә һәм Ҡамашиҙе ауылдарындағы шишмәләрҙе төҙөкләндергәндәр. Ауыл халҡы өсөн был сара ҙур байрамға әүерелгән. Был хаҡта Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов хәбәр итә.
- Ике шишмәнең дә килеп сығыуы матур легендалар менән бәйле, ауыл халҡы ғына түгел, тирә-яҡтан да һыу алырға килеүселәр күп. Төҙөкләндереү эштәре “Башҡортостан шишмәләре” һәм “Атайсал”, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекттары сиктәрендә атҡарылды. Шишмәләргә ҡырсынташ юл һалынды, улаҡтар төҙөкләндерелде, уңайлы баҫҡыстар эшләнде. Яҡын киләсәктә Асҡындың үҙендәге шишмә төҙөкләндереләсәк, - ти Динис Йосопов.
Гөмбә ауылы янында Төпһөҙ шишмәнең инеше артыҡ ҙур ҙа түгел, әммә ныҡ тәрән булыуы арҡаһында һыуы ҡуйы зәңгәр төҫ алған. Шишмәнең тирә-яғында ҡайын, тал, ҡарағай, муйыл, ерек ағастары үҫә.
Төпһөҙ шишмә – бик үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы. “Үткән быуаттың 40-сы йылдарында ауыл ҡарттары шишмәнең тәрәнлеген үлсәргә була. Улар 12 дилбегәне ялғап, осона ауыр әйбер бәйләп төшөргән, тик ул инештең төбөнә етә алмаған. Һәр дилбегәнең оҙонлоғо – һигеҙ метр, тимәк, бауҙың дөйөм оҙонлоғо – 96 метр.
1980 йылда, урып-йыйыу эштәре ваҡытында, шишмәгә комбайн төшөп бата. Нисек кенә тырышһалар ҙа, уны табып, сығара алмайҙар. Хатта баш ҡаланан водолаздар ҙа килеп эҙләп ҡарай. Шишмә инешенә төшкән белгес туғыҙ метрҙан һуң кире сығырға мәжбүр була, сөнки көслө өйрөлмәккә эләгә лә тын ала алмай башлай. Ул әйтеүенсә, һыу менән тулы соҡорҙоң ярҙары аҡ таштарҙан тора. Был урын тау тоҡомдарының йыуылыуынан барлыҡҡа килгәндер, тип фаразлана, әммә шишмәнең инеше фәнни нигеҙҙә өйрәнелмәгән әле”, – ти ауыл әүҙемселәре.
Ауыл халҡы һөйләүенсә, шишмәнең һыуы бер арта, бер кәмей. Төй йылғаһы ташһа, шишмә лә таша. Элегерәк бында күпер, һыу тирмәне булған. Шишмә Төй йылғаһына ағып төшә.
Фотолар Динис Йосоповтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.
Автор:Лилия Нуретдинова
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2022-10-08/shishm-g-tir-ya-tan-da-yu-alyr-a-kil-l-r-2982225