Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
9 Октябрь 2022, 05:28

Президент башҡорт көйөн уйнаймы?

Социаль селтәрҙә ил башлығы Владимир Путиндың пианинола башҡорт көйөн уйнаған видеояҙмаһы йөрөй. Кемдер "был ысынлап шулай", икенселәр "юҡ, ни бары оҫта монтажлағандар" тип бәхәсләшә...

Президент башҡорт көйөн уйнаймы?Президент башҡорт көйөн уйнаймы?
Президент башҡорт көйөн уйнаймы?

Ысынында иһә Рәсәй Президенты "Киске йыр" көйөн башҡара. "Ютуб"та ошо хаҡтағы роликты табырға була. Әммә видеояҙмаға шаян берәү башҡорттоң "Ете ҡыҙ" көйөн күсергән, был бик оҫта килеп сыҡҡан. 

Владимир Путин тураһында һүҙ сыҡҡас, уның ниндәй ризыҡты өҫтөн күреүе хаҡында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән танышырға мөмкин. Simpleslim.ru сайты яҙыуынса, ваҡыты тығыҙ булғанда, Владимир Владимирович кефир эсә һәм еләк-емеш ашай икән. Ә иң нығы ул йәшелсә һәм балыҡ ярата, тиҙәр. Ә бына тәм-томдо үҙһенмәй, бары туңдырманан баш тартмай. 

Иртән, ғәҙәттәгесә, бутҡа ашай. Тик һоло бутҡаһын яратмай, дөгөгә, ҡарабойҙайға, тарыға өҫтөнлөк бирә. Ил башлығының рационына бал һәм эремсек тә инә. Ҡәһүә эсмәй, өҫтәлендә - ҡара сәй, үлән сәйҙәре һәм һуттар. Тағы ниндәйҙер коктейль эсә, әммә уның аныҡ ҡына рецебы билдәһеҙ. Составына сөгөлдөр һәм керән дә инә, тип кенә серҙе сискәндәр. 

Фото: simpleslim.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас