Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
9 Октябрь 2022, 05:38

Һалдат өйҙән хат алды...

"Был бит минең туғаным. Фотоһүрәт өсөн рәхмәт! Тимәк, иҫән!!!" - тип яҙған бер ҡатын-ҡыҙ.

Һалдат өйҙән хат алды...Һалдат өйҙән хат алды...
Һалдат өйҙән хат алды...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә өйҙән хат алған шайморатовсының фотоһүрәтен ҡуйҙы һәм:

"Беҙҙең ҡыйыу яугирҙәребеҙҙең оло йөрәге өйҙә ҡалғандар өсөн борсола. Улар туғандары һәм яҡындары, уларҙың азатлығы, тыныс күк йөҙө өсөн һуғыша ла инде. Һәм мотлаҡ еңәсәктәр. Эшләгеҙ, туғандар. Ә беҙ ғаиләләрегеҙ тураһында хәстәрлек күрәсәкбеҙ", - тип яҙҙы.

Комментарийҙарҙа бер-ҡатын ҡыҙ үҙенең туғанын таныны. "Был бит минең туғаным. Фотоһүрәт өсөн рәхмәт! Тимәк, иҫән!!!" - тип ҡыуанды ул.

Фото vk.com/wall413272232_892615

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас