

Шишмә районы умартасылары хәрби әҙерлектәге ир-егеттәргә, шулай уҡ М. Шайморатов һәм А. Доставалов исемендәге батальондар хәрбиҙәренә 1500 порция бал әҙерләне. Умартасылар оҙатыу өсөн ике тонна бал тапшырған. Уны пластик банкаларға һалып, түгелмәҫлек итеп фольга ҡапҡас менән япҡандар. Йөктөң бер өлөшө - был аҙнала, икенсеһе киләһе аҙнала оҙатыласаҡ, тип хәбәр итә "Башинформ".
Һәр банкала 75 грамм бал, был – углеводтарҙың тәүлек нормаһы. Бал һауыты бик уңайлы, уны ялан шарттарында ла файҙаланып була. Шишмә умартасыларының аҙымына эйәрергә теләүселәр башҡа райондарҙа ла булыуы билдәле. Барыһына ла рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.
“Башҡорт балы беҙҙең яҡлаусыларыбыҙға көс өҫтәр һәм хеҙмәт ауырлыҡтарын еңергә ярҙам итер, тип уйлайбыҙ. Яҡын арала киләһе бал партияһын әҙерләй башлаясаҡбыҙ. Ғөмүмән, махсус операция барған зоналағы бөтә хәрбиҙәргә 20 меңдән ашыу бал порцияһы ебәрергә уйлайбыҙ”, – тип хәбәр итә Шишмә умартасылары йәмғиәте рәйесе Рафаэль Вәлиев.
Афарин, шишмәләр!
Фото:”Башинформ”
Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2022-10-08/umartasylar-20-me-portsiya-bal-erl-y-2982093