Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
8 Октябрь 2022, 04:11

Ул тоҙҙо һурып ала

Организмда тупланып, үҙен һыҙланыу арҡылы һиҙҙертә башлаған тоҙҙан нисек тиҙ ҡотолорға? Бының буйынса халыҡ аҡылы нимә ти? Түбәндә - оҙаҡ йылдар һыналған ысул

Ул тоҙҙо һурып алаУл тоҙҙо һурып ала
Ул тоҙҙо һурып ала

Организмда тоҙҙоң артыҡ тупланыуын булдырмаҫ өсөн йыш-йыш таҙа һыу эсергә кәңәш ителә. Ул натрийҙы ваҡлап бөйөрҙәр аша сығарырға булышлыҡ итә. Калийға бай аҙыҡ ашарға тырышығыҙ. Ныҡ итеп тирләгән ваҡытта ла тоҙ сыға. Тағы бер ябай ысулы бар: керән япрағынан япма ярҙамында һурып алырға була.

Ике ҙур ғына керән япрағы алығыҙ. Йоҡлар алдынан уларҙы ҡайнар һыуҙа ебетеп, шунда уҡ (бешерлек булмаһын) арҡаға, елкәгә ябығыҙ. Тышынан йөн туҡымалы сепрәк менән нығытып бәйләгеҙ. Саҡ ҡына әсеттерә, ауырттырмай, ә бына нәфис, йомшаҡ тирене яндырыуы бар. Ул саҡта япраҡты оҙаҡ тотмай, алырға кәрәк булыр.

Иртән япманы ипләп кенә алығыҙ, япраҡҡа ҡуша тоҙ ҙа сыға. Килешкәнен күрһәгеҙ, ҡайһы ерегеҙҙән тоҙ күп сыҡҡан, шул урынға аҙаҡ йәнә ябырға була. Керән - тире аша тоҙҙо һурырлыҡ берҙән-бер үлән.

Бының буйынса табип менән дә кәңәшләшергә онотмағыҙ! Сәләмәт булайыҡ!
Фото: novyefoto.ru

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас