

Ирәктәш (Инзерские зубчатки) — Көньяҡ Уралдағы тау һырты. Белорет районы биләмәһендә урынлашҡан (Башҡортостан).
Ирәкташ Башҡортостандағы Көньяҡ Урал төбәгенә инә. Башҡортса атамаһы — Ирәкташ — ирәк һүҙенән барлыҡҡа килгән. Ирәк — киртләс, ырғаҡ һымаҡ тигән мәғәнәгә эйә. Тире тарттыра торған ҡулайлама ла шулай атала. Урыҫса атамаһын — Инзерские зубчатки — туристар Инйәр йылғаһы исеменән тештәр кеүек тырпайып торған ҡаяларына ҡарап биргән. Ҡаялар бер нисә саҡрымға теҙелеп киткән. Белорет районы буйлап Оло Инйәр һәм Тирлән йылғалары араһында төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. . Ул Оло Инйәр йылғаһы һәм Тирлән ҡасабаһы араһында урынлашҡан. Һырттың оҙонлоғо — 10 км, төньяҡ өлөшөнөң киңлеге 2 км яҡын, көньяғыныҡы 3 км яҡын, абсолют бейеклеге — 1161 м. Биләнле 3 өлөштән тора.
Рельефы ҡатмарлы. Асыҡ күренгән 3 өлөштән тора: 150 м яҡын тәрәнлектәге билән менән бүленгән көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш, төньяҡ.
Тау биттәре тигеҙ (ауышлыҡ — 25—30 градус), көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә текә (ауышлыҡ — 70 градустан ашыу). Ҡырасында тигеҙһеҙ ашалыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тештәр бар. Урта рифейҙың Егәлге свитаһы кварциттарынан һәм кварцитлы ҡомташтарынан тора.
Мәғлүмәттәр ошо сайттан алынған: https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%98%D1%80%D3%99%D0%BA%D1%82%D0%B0%D1%88
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.