Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Октябрь 2022, 12:38

Ғалимдар ғүмер оҙонлоғон алдан әйтеүҙең ғәҙәти булмаған ысулын тапҡан

Күптән түгел булып үткән тикшеренеү барышында ғалимдар, күҙҙәр йәшәйәсәк ғүмер оҙонлоғон күрһәтә ала, тигән һығымтаға килгән.

Ғалимдар ғүмер оҙонлоғон алдан әйтеүҙең ғәҙәти булмаған ысулын тапҡанҒалимдар ғүмер оҙонлоғон алдан әйтеүҙең ғәҙәти булмаған ысулын тапҡан
Ғалимдар ғүмер оҙонлоғон алдан әйтеүҙең ғәҙәти булмаған ысулын тапҡан

Атап әйткәндә, халыҡ-ара тикшеренеүселәр төркөмө селтәрлектең биологик йәше менән үлем хәүефе араһында бәйләнеш барлығын асыҡлаған.

Селтәрлектә визуаль мәғлүмәт алыусы миллиондарса яҡтылыҡты тойоусы һәм башҡа нервы күҙәнәктәре бар. 47 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан тикшереү күрһәтеүенсә, селтәрлектә үҙҙәренең ысынбарлыҡтағы  йәшенән олораҡ булған кешеләр тағы ла 10 йыл тирәһе йәшәүҙәре ихтимал, тип билдәләнгән. Тикшеренеүселәр эш барышында яһалма интеллект ҡулланған.

Ғалимдар 40 – 69 йәштәрҙәге ҡатнашыусыларҙы уртаса 11 йыл буйына күҙәткән. Һәр кешенең күҙ төбө сканер аша үткәрелгән. Артабан тикшеренеүселәр һәр теләүсе кешенең күҙ селтәрлегенең биологик йәшен уның хронологик йәше менән сағыштырған. Һөҙөмтәлә күптәрҙә был күрһәткестәр араһында айырма булыуы асыҡланған.

Белгестәрҙең һығымта яһауынса, күҙ селтәрлегендәге ваҡ тамырҙар селтәре ҡан әйләнеше системаһы һәм мейе һаулығының дөйөм торошоноң күрһәткесе икәнен тағы бер тапҡыр раҫлай.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас