

...Күк үләндәр ҡалҡҡас,ҡайтам әле
Үҙебеҙҙең тауҙар иленә.
Йөрәгемдең ҡалған йылыларын
Тыуған тупрағыма бирергә, - бөгөн иртәнән бирле ошо йыры уның күңелендә ҡабатланып тик торҙо. Ашыҡмай ғына иртәнге эштәрен бөтөрөп тә өлгөрмәне, кеҫә телефонына “тили -тили” тип ниндәйҙер ашығыс хәбәр килеп төштө. Ғәҙәттә, күбеһен ул аңғармай ҙа, ишетмәй ҙә, ә был юлы был хәбәр йөрәгенә нимәлер бик кәрәкле хәбәр икәнен аңғартты, шикелле, күңел төпкөлөндә ниндәйҙер ҡылы зымбырҙап ҡуйҙы ла ашығып ҡулына телефонын алды:
-Саф һауа һуларға сығабыҙмы?- таныны тауышты Нурбикә. Был у күптән түгел, ял йортонда танышҡан ҡатын Таңсулпан ине. Күңелдәге йыр һәм Таңсулпан...
-Эйе, нисәлә?
-Мин шунда инде.
Улар ял йортонан ҡайтҡас, бер нисә мәртәбә эргәләрендәге паркка сығып, әңгәмәләшеп йөрөргә өлгөргәндәр ине.
Ашығыс ҡына кейенде лә, Нурбикә шунда табан атланы. Көн болотло, һалҡын ғына.Сығыу менән уның танауына саф һауа бөркөлдө, ҡалай тышта рәхәт, ярай уны Таңсулпан йөрөргә саҡырҙы, юғиһә, ултырыр ине, әлетиҙ генә сығырға иҫәбе лә юҡ ине.
Улар парк осонда осрашып, бер – береһенә ҡыуаныстарын белдереп, ҡосаҡлаштылар ҙа, йәнәшә атлап киттеләр. Таңсулпандың үҙенә күрә Нурбикәне саҡырыуының сәбәбе бар ине шул: ул күптән түгел генә баҫылып сыҡҡан китабын күрһәтергә теләгән ине. Был китабын ул республикала тәүгеләрҙән булып, дөйөм ил кимәлендә берҙән – бер уникаль шәхси предприятие асыусы һәм милләтем, халҡым, тип, янып – көйөп, осраған ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмаған, бер ниндәй кәртәләр ҙә, ҡаршылыҡтар ҙа рухын һындыра алмаған ғәжәп ир -азамат - бер туған ағаһы тураһында яҙған ине.
Был ҡатындың тауышы әсир иткән ине Таңсулпанды. Ял йортонда бер шәмбе кис ял итеүселәр тарафынан әҙерләнгән халыҡ таланттары сығышы булған ине. Беҙҙең яҡтың халҡы ифрат талантҡа бай бит ул. Шул саҡ сәхнәгә күтәрелгәнсираттағы ошо йырсы уның бар булмышын биләне:
-Күк үләндәр сыҡҡас, ҡайтам әле...- был бит уның ағаһының яратҡан йыры! Ә был йырсы тураһында “Үҙе сығарған йыры менән сығыш яһай...”- тине бит алып барыусы... Тимәк теге саҡ ағаһына арнап ошо йырҙы сығарыусы ҡатын була икән... Уртаса буйлы, сымыры ғына кәүҙәле, үҙенә килешле генә итеп тегелгән зәңгәр күлдәкле һылыу ҡатын баҫып тора ине сәхнәлә. Ашыҡмай, талғын ғына күкрәк төбөнән сыҡҡан моңло тауышы менән залда ултырыусыларҙың күңелен биләп алды. Уның ошо йырҙы тыңлаған саҡта һәр саҡ күҙҙәрен һағыш биләп алған бер туған ағаһы күҙ алдына килеп баҫты...
Йыр тамам... Зал тулы тамашасылар күңеленә хуш килгән йырсыға гөрләтеп ҡул саптылар. Уның тағы бер нисә йырын һорап йырлаттылар. Йырын тамамлап, урынына барып ултырғансы, уны күҙҙәре менән оҙатты Таңсулпан. Һуңынан, сығыу яғына ағылған халыҡ тулҡыны араһында, уны күҙ алдынан юғалтып ҡуймайым, тип, күҙҙәрен зәңгәр күлдәкле ҡатындан алмай, ул да сығыу яғына йүнәлде. Кейенеү бүлмәһенән кейемен алып сыҡҡанда, теге ҡатын үҙенең таныштарының ҡотлауҙарын ҡабул итеп, фойела тора ине. Барыһы ла таралып бөткәс, уның яңғыҙ ҡалыуынан файҙаланып, Таңсулпан уның янына барып баҫты ла:
-Һеҙҙең йырҙарығыҙ мине әсир итте. Ағайым белмәй, һағышланмағандыр, һеҙҙең “Күк үләндәр “йырын тыңлаған саҡта, - тине уға.
Тулҡынланыуынан йөҙҙәре алһыуланып, тағы ла сибәрерәк булып киткән ине, уның күҙҙәренән ниндәйҙер йылылыҡ һирпелеп тора. Таныш түгел ҡатындың һүҙҙәренән ул ҡапыл һиҫкәнеп китте, аптырабыраҡ ҡалды:
-Һеҙ кем булаһығыҙ? Ағайығыҙ кем була? – бер - бер артлы биргән һорауҙарына Таңсулпан яуап бирергә ашыҡманы:
-Беҙ, бәлки минең номерға барырбыҙ, мин яңғыҙ үҙем генә йәшәйем, һөйләшеп, сәй эсеп алырбыҙ. Һеҙҙең дә анау тиклем йырлағандан һуң тамағығыҙ кибеп киткәндер?! – тине уға ҡаршы.
Ул үҙенең кемлеген әйтеп, танышҡандан һуң, һөйләшә – һөйләшә,Таңсулпандың йәшәгән бүлмәһенә йүнәлделәр. Шулай башланып киткән ине уларҙың танышлығы.
-Миңә һеҙҙең “Күк үләндәр” йырығыҙ бигерәк тә оҡшай.Ул йырҙы ағайым да һәр саҡ ҡустыбыҙҙан йырлатып, үҙе ҡушылып ҡурайында уйнап, моңланып тыңлар ине, - тине Таңсулпан.
-Үҙемдең тормош юлымда һирәк, әммә бик тә кәрәк мәлдәрҙә тап булған кеше ул ағайың. Эшемә бәйле бер нисә тапҡыр ғына осрашҡан арала уның һәр саҡ үҙ
һүҙенә тоғро ҡалған, ниндәй генә сетерекле хәлдә лә үҙен һалҡын ҡанлы, тыныс тота белгән, бер ҡасан да кеше менән асыуланып һөйләшмәгән, кеше күңелен аңлай белгән кеше булып иҫемдә ҡалған. Район мәҙәниәт бүлеген етәкләгән сағында мин уға бер нисә мәртәбә мәктәбемдең йомошо менән мөрәжәғәт иттем, һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙҙы, бер ҙә кире ҡаҡманы. Нимәһе бигерәк тә аптыратты: әйтте һәм ваҡытында үтәне лә. Ә мин бит унан алдағы етәксегә күпме мөрәжәғәт итеп, бер генә лә ярҙам ала алмаған инем. Унан һуң шул йылда һигеҙенсе март айҡанлы, район кимәлендә ҡатын -ҡыҙҙарға арнап сара үткәрелде. Ул сараның юғары кимәлдә үтеүе, унда булған бер генә ҡатын – ҡыҙҙың да иғтибарҙан ситтә ҡалмауы – һәр саҡ йылы һүҙгә мохтаж, әммә ул һүҙҙәрҙе ишетеүҙән мәхрүм булған күптәренең ошо саранан һуң күңелдәре булып таралыуы - бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Бик ентекле һәм уйлап әҙерләнгән кисә ине ул. Ысынлап та, бар донъяны үҙ елкәһендә тартҡан, өйҙә лә, эшендә лә егелеп эшләгән ҡатын – ҡыҙҙар бихисап. Тик район кимәлендә уларҙың хеҙмәтен күреүсе, баһалаусы ошоға тиклем булдымы икән?! Ошо кисәнән һуң тыуған ине бит ошо йыр минең күңелемдә.
Эйе, ағайығыҙ шул тиклем нескә күңелле булды шул. Мин шул өлкәлә эшләгәс, уның эшсәнлек сифаттарына һәр саҡ хайран ҡалыр инем.Шунлыҡтан да, шундай зауыҡлы итеп теккәндәрҙер инде башҡорт милли кейемдәрен. Һәр күлдәктең биҙәлешен, төҫөн, формаһын нескә күңелле, зауыҡлы кешеләр генә тоя бит. Һәр кейемде үҙе күрһәтеп, өйрәтеп, тектергән, ти бит ул. Ә бит бер генә коллективтың күлдәге лә икенсеһенекенә оҡшамаҫ ине.
-Эйе, бәләкәй саҡтан уҡ ул рәссам булды, һүрәт төшөрөргә яратты. Ҡурайҙа ла һыҙҙырып уйнаны, матур итеп бейене, спорттың бар төр ярыштарында ла һәр саҡ еңеү яулар ине.
Шулай бик оҙаҡ әңгәмәләшеп, яңырта – яңырта сәй эсеп, ағаһын иҫкә алып ултырған инеләр.
...Әле парк буйлап йөрөгән ваҡытта, уларҙың һүҙе уның тураһында яҙылған китап буйынса барҙы.
- Бер – ике рәт кенә эшебеҙ буйынса осрашҡанбыҙҙыр уның менән. Матур күңелле кеше ине бит ул. Әҙ генә бергә булған саҡта ла, үҙенең хыялдарын һөйләп, уға ҡарап, ҡанатланып осорҙай булып китә торғайным. Бер мәртәбә уның менән беҙгә ошо ҡалала осрашырға тура килде. (Ошо паркка ҡаршы урынлашҡан колледжға төртөп күрһәтте).Мин ошо колледжда эшләп йөрөй инем эштән сығып килә инем,ҡарайым, ошо ерҙә машина үтеп бара...-тине лә, моңло ғына тауышы менән :
-Күк үләндәр ҡалҡҡас, ҡайтам әле
Үҙебеҙҙең тауҙар иленә...- тип йыр башланы.
...Ә ҡалғаны әкиәттәгесә, күҙ асып йомған арала булды: унда – бында ваҡ ҡына ҡар бөртөгө төшөп тора ине инде, ә хәҙер күктән ялпылдап, эре – эре ҡар бөртөктәре төшә башланы, улар талғын ғына өйөрөлөп ошо көйгә әйләнә башланы. Ул йырлай, Таңсулпанға эргәһендә генә килгән ҡатын күренмәй, тик моң ғына ҡайҙандыр алыҫтан, күктән ҡаҡлығып, кире уға килеп ишетелгән кеүек. Уларҙың икеһен дә иҫ киткес йылы ҡар бураны урап алды ла, ошо моңға сорнап, ҡайҙалыр әкиәт донъяһына алып китте. Бер нәмә лә күренмәй, ап - аҡ донъяла улар моңға күмелде. Аллея буйлап ағастар үҫеп ултыра ине, улар ҙа күренмәй. Шундай аҡ буранды тәүгә күреүҙәре. Ҡала эсендә түгел, әйтерһең дә, ниндәйҙер урман араһында йөрөгән кеүек, үҙҙәренең ҡайҙа икәнлеген дә онотторҙо аҡ буран, күңелдә тик моң ғына, ниндәйҙер еңеллек, күңел күтәренкелеге...
...Нисек ҡапыл башланды, көй тамам булыуға шулай ҡапыл туҡтаны күктән ҡар төшөү. Күк йөҙө зәп -зәңгәр булып асылып китте лә, ҡыйбла яғында күктә бер яп – яҡты йондоҙ балҡып китте:
-Таңсулпан! Ҡара – ҡара, күрәһеңме? – тип уға ниндәйҙер серле тауыш менән өндәште Нурбикә.- Беҙ осраштыҡ бит, уның йәне беҙҙең янда булды бит. Ана күрәһеңме – осоп китте! – тип, баяғы йондоҙға күрһәтте. Ул арала ул юҡ та булды...Таңсулпан уны ла, ағаһын да күрмәне, тик был ни хикмәт булды икән, тип, күргәнен аңлай алмай килә ине: бына бит – был ике яҡын йәндең күрешеүе булған икән.
Йәнтүрина Таңһылыу
( "Ҡояшым, һүнмә!" романынан бер бүлек).
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан