Даирә
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Октябрь 2022, 11:22

Уҡытыусыға һәйкәл асылды

Уҡытыусылар көнөнә ҡарата белем усағы майҙансығында донъялағы иң изге һөнәр эйәләре - Уҡытыусыға һәйкәл асылды. 

Уҡытыусыға һәйкәл асылды
Уҡытыусыға һәйкәл асылды

Һәйкәл Әбйәлил районы ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаевтың инициативаһы һәм шәхси аҡсаһына төҙөлгән

Кисә Әбйәлил районының Байым ауылында оло тантана үткән. Уҡытыусылар көнөнә ҡарата белем усағы майҙансығында донъялағы иң изге һөнәр эйәләре - Уҡытыусыға һәйкәл асылды. Уны эшләү тәҡдиме менән ошо мәктәптә белем алған һәм тәүге хеҙмәт юлын башлаған Әбйәлил районы ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев мәктәп администрацияһына сыға һәм улар яғынан хуплау алғас, эш башлана. Иң көслө, рухлы, талантлы уҡытыусының һыҙаттарын үҙенә туплаған һәйкәлдең тап Байым ауылында урыны алыуы бөтә район өсөн оло ҡыуаныс. Иҫтәлекле сарала райондың мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән педагогтар, мәктәп директорҙары, хеҙмәт ветерандары ҡатнашты. Һәйкәлде Магнитогорск ҡалаһынан рәссам-скульптор Сергей Ёлкин эшләгән.

- Һәйкәл төҙөү хыялы күптән бар ине. Төрлө варианттарҙы ҡарап, Байым урта мәктәбендә туҡталдым. Үҙем Аһылайҙа башланғыс белемде алһам да, артабан Байым һәм Ташбулат урта мәктәптәрендә уҡыным. Атайымды бер тапҡыр күрмәһәм дә, ул да ошондағы белем усағының директоры була. Үҙем дә тәүге хеҙмәт юлымды Байым урта мәктәбендә уҡытыусы булып башланым. Элек-электән Байым урта мәктәбе районда ғына түгел, тотош республикала иң алдынғы белем усаҡтарының береһе булды һәм бөгөн дә үҙенең данына тап төшөрмәй. Бер быуатлыҡ тарихы булған уҡыу йортон тамамлаусылар араһында быуын һайын уҡытыусы һөнәрен һайлаусылар, педагогик династиялар бик күп. Уҡытыусыға һәйкәл - ул уҡытыусы тигән исемде мәңге ғорур йөрөткән төрлө быуын уҡытыусыларына мәңгелек хәтер ҙә, киләсәк быуынға оло аманат та. Тап улар илебеҙҙең киләсәген аң-белемгә илтә, йәш быуынға илһөйәрлек һәм ватансылыҡ сифаттары тәрбиәләй, Тыуған илебеҙгә һөйөү уята. Ошо изге эштә бар башланғыстарымды ҡабул итеп, ярҙам ҡулы һуҙған Зилә Зарипова етәкселегендәге Байым урта мәктәп коллективына, район һәм ауыл ауыл хакимиәтенә, ауыл халҡына ҙур рәхмәт белдерәм, - тине Ансар Ғаттар улы.

Әйткәндәй, был сара 2023 йылда Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителгән исемле йылға старт бирелеүе менән дә үҙенсәлекле булды.

Фото: Әлфиә Әбдрәфиҡова.

Автор:Карима Усманова

https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2022-10-07/u-ytyusy-a-yk-l-asyldy-2980321

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: