Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
7 Октябрь 2022, 14:20

Роботтар ҙа беҙгә ҡаршы сығыр, тимә...

Бала саҡта тәьҫирләнеп уҡыған яҙыусыларҙың фантастик әҫәрҙәре әле ысынбарлыҡҡа ашырыла башланы. Был, бер яҡтан, ҡыуандырһа, икенсе яҡтан, ғалимдар яһалма интеллект кешелек өсөн ҡурҡыныс тыуҙырыуы ихтимал, тип етди уйлана.  

Роботтар ҙа беҙгә ҡаршы сығыр, тимә...Роботтар ҙа беҙгә ҡаршы сығыр, тимә...
Роботтар ҙа беҙгә ҡаршы сығыр, тимә...

Программалау тәьминәте өлкәһендә лә ғилми ҡаҙаныштарыбыҙ күп. Автономлы роботлаштырылған системалар булдырыуҙа, шул иҫәптән хәрби ҡулланыу өлкәһендә лә алға китәбеҙ. Тап шуға белгестәр яһалма интеллектты үҫтереү хәүефе тураһында бәхәс алып бара. Яҡын киләсәктә уның нигеҙендә ятҡан принциптар арҡаһында яһалма интеллектты күҙәтеүҙә тотоу мөмкин булмауы ла бар.

Бөгөн технологик асыштарҙы кеше контролдә тота. Һәр ваҡыт шулай буласаҡмы һуң, тип ғалимдар һорау бирә башланы. Мәҫәлән, бөгөн нейроселтәр, кешегә ҡарағанда ла, ҡайһы бер бурыстарҙы сифатлыраҡ һәм тиҙерәк башҡара ала.

Кешене әҙерәк йәлеп итеү өсөн, күп ғалимдар яһалма интеллектты тулыһынса автоматлаштырыу йүнәлешендә эшләй. Шуға күрә иртәме-һуңмы беҙ технологиялар өлкәһендә ҙур аҙым эшләрбеҙ генә түгел, ә үҙенең мөмкинлектәре буйынса кешенән өҫтөн булған яһалма интеллекты күҙәтеүҙе юғалтырбыҙ, тигән хәүеф бар.

Фото: Т. АМАНОВ. 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас