Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
7 Октябрь 2022, 04:57

Республика халҡы мәктәп спорт залында шөғөлләнә ала

Спорт инфрастуктураһын файҙаланыу тәртибе Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән билдәләнгән. 

Республика халҡы мәктәп спорт залында шөғөлләнә алаРеспублика халҡы мәктәп спорт залында шөғөлләнә ала
Республика халҡы мәктәп спорт залында шөғөлләнә ала

Спорт инфрастуктураһын файҙаланыу тәртибе Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән билдәләнгән. Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйған документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Был яңылыҡ республика милкендәге һәм тейешле объекттары булған барлыҡ мәктәптәргә лә ҡағыла. Исемлеккә спорт һарайҙары, боҙ ареналары, спорт үҙәктәре, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндар, спорт майҙансыҡтары, спорт һәм уйын залдары, стадиондар бар.

Белем усағы һәм өҫтәмә белем биреү ойошмалары етәкселеге раҫлаған тәртип буйынса дәрестән тыш ваҡытта теләгән һәр кем спорт залында шөғөлләнә ала. Хеҙмәттәр бушлай, ташламалы һәм түләүле булырға мөмкин.

Әлеге ҡарар Рәсәй Президент Владимир Путиндың «2030 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы үҫешенең милли маҡсаттары тураһында» указына ярашлы ҡабул ителгән.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас