Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
7 Октябрь 2022, 05:05

Ейәнсура журналистары ойоҡбаш бәйләй

"Ир-егеттәребеҙҙең хәрби хеҙмәтен еңеләйтеү өсөн барыһын да эшләргә әҙербеҙ", – ти баш мөхәррир Виктория Куянова.

Ейәнсура журналистары ойоҡбаш бәйләйЕйәнсура журналистары ойоҡбаш бәйләй
Ейәнсура журналистары ойоҡбаш бәйләй

Әле республикабыҙ халҡы мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға бар хәленсә ярҙам итергә тырыша.

Мәҫәдән, район гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, әле хәрби әҙерлек үткән ир-егеттәргә ярҙам йөҙөнән “Йөрәк йылыһын бүлешеп” акцияһын иғлан итте. “Ейәнсура таңдары”, “Зианчуринские зори” гәзиттәрендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар унда ҡатнашып, хәрбиҙәргә йылы ойоҡбаштар, шарфтар һәм башҡа йылы әйберҙәр бәйләүҙе ойошторған.

– Ҡул эштәребеҙ ир-егеттәребеҙҙе һыуыҡтарҙан ҡотҡарып ҡына ҡалмаҫ, ә уларҙы өйҙәрендә түҙемһеҙлек менән көткәндәрен еткерер, хеҙмәттәрен еңеләйтеү өсөн барыһын да эшләргә әҙер булыуыбыҙҙы күрһәтер, – ти район гәзитенең баш мөхәррире Виктория Куянова.

Журналистар битараф булмаған яҡташтарын акцияла ҡатнашып, хәрби әҙерлек үткән ир-егеттәргә күңел йылыһын бүләк итергә саҡыра.

“Акциянан ситтә ҡалмағыҙ. Хәрбиҙәребеҙгә ситтән булһа ла ошолай ярҙамыбыҙҙы күрһәтәйек. Уларҙың күңелдәрен күтәреп, еңеүгә дәрт уятайыҡ!” – ти улар.

Фото: район гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмө.

Автор:Рәмилә Мусина

https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2022-10-06/ey-nsura-zhurnalistary-oyo-bash-b-yl-y-2980164

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас