

Төбәк штабы координаторы Виталий Брыкин һүҙҙәренсә, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активистарына мобилизацияланған граждандың ҡатыны һәм апаһы мөрәжәғәт иткән. Ир район хәрби комиссариатында күп балалы атай статусы тураһында хәбәр итә, ләкин уға, ҡасып ҡалырға маташыуын белдереп, 10 йылға хөкөм ителеү менән янағандар.
- Беҙ муниципаль берәмектәргә лә, хәрби комиссариатҡа ла уның закон буйынса йәлеп ителеүе мөмкин түгеллеге тураһында сигнал бирҙек. Күпмелер ваҡыттан һуң, йәнәһе лә, ир ирекмән булып киткән, тигән хәбәр килде. Шулай ҙа һөйләшеүҙәр барышында ғаилә башлығының өйгә ҡайтырға әҙер булыуын асыҡланыҡ. Әлбиттә, ҡайтыу процесы бер аҙға һуҙылды, сөнки ул хәрби часҡа алынған. Иң мөһиме – хәҙер яңлышлыҡты хатаны төҙәттеләр, – ти Виталий Брыкин.
Фото: Т. Аманов