Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Октябрь 2022, 19:08

Яҡшы йоҡлай, ҡан баҫымы күтәрелмәй...

"Иптәшкә берәйһен алыр инем, тик әлегә теләүсе юҡ", - ти 84 йәшлек ветеран.

Яҡшы йоҡлай, ҡан баҫымы күтәрелмәй...
Яҡшы йоҡлай, ҡан баҫымы күтәрелмәй...

Стәрлебаш районының Баҡса ауылында йәшәгән 84 йәшлек Йәғәфәр Урманов сәләмәт тормош яҡлы, бына нисәмә йылдар инде “тимер атына” ултырып, көнөнә ун километр юл үтергә ғәҙәтләнгән. Яҡташтары ветерандың һаман да төҫ ташламай, егеттәрсә спорт менән шөғөлләнеүенә, ҡышын саңғыла йөрөүенә һоҡлана. Тик...

– Баҡсанан Ҡобағошҡа тиклем ун саҡрым юл үтәм, күнекмәне туҡтатмайым, иртәнге сәғәт 7-лә юлға ҡуҙғалам. Иптәшкә берәйһен алыр инем, тик әлегә теләүсе юҡ, йәл... – ти ветеран. – Бала саҡтан мәктәпкә йәйәү йөрөп уҡырға тура килде. Ә спорт менән шөғөлләнергә ваҡыт булманы, эш, армия хеҙмәте, аҙаҡ комбайнда һәм тракторҙа эшләү, үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнашыу... Велосипедта йәки саңғыла йөрөй башлағандан һуң көс артҡанын тоям, яҡшы йоҡлайым, ҡан баҫымы күтәрелеп йонсотмай.

Ветерандың ҡыҙы Рәмилә лә спорт менән мауыға, саңғы һәм еңел атлетика буйынса зона ярыштарында йыш ҡатнаша һәм еңеүҙәр яулай. "Бына шундай  әүҙем һәм позитив ҡарашлы кешеләр йәшәй Стәрлебаш районында", - тип яҙа “Стәрлебаш шишмәләре” хәбәрселәре.

Фаягөл Йосопова фотоһы.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: