Даирә
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Октябрь 2022, 11:38

Республикала ауыл тренерҙарына түләүҙәр 1 миллион һумға тиклем артты

Башҡортостанда ауыл ерендә, эшсе ҡасабаларҙа һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙа, шулай уҡ 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларҙа спорт әҙерлеге менән шөғөлләнгән тренерҙарға 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләнә.

Республикала ауыл тренерҙарына түләүҙәр 1 миллион һумға тиклем артты
Республикала ауыл тренерҙарына түләүҙәр 1 миллион һумға тиклем артты

Республика хөкүмәте муниципалитеттарға төбәк ҡаҙнаһынан аҡса бүлеү тәртибенә тейешле үҙгәрештәр индерҙе. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Компенсация 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң республиканың физкультура-спорт ойошмалары менән хеҙмәт килешеүҙәре төҙөгәндәргә түләнә.

Бынан алда ауыл ерендә һәм башҡа бәләкәй тораҡ пункттарҙа эшләгән тренерҙар бер тапҡыр 600 мең һум күләмендә аҡса алды.

Башҡортостанда «Ауыл тренеры» программаһында ҡатнашыусыларҙың эше хаҡында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2022-10-05/v-bashkirii-vyplaty-selskim-treneram-vozrosli-do-1-mln-rubley-2977028

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: