Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
5 Октябрь 2022, 17:32

Пенсионерҙарға – ташлама

 “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтенә капиталь ремонт үткәреүҙе ойоштороу тураһында”ғы  законға үҙгәрештәр индерелде.  

Пенсионерҙарға – ташламаПенсионерҙарға – ташлама
Пенсионерҙарға – ташлама

“Закон капиталь күп фатирлы йорттарҙа ремонтҡа иғәнәләр буйынса ташламаларҙың ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайта.70 йәштәге һәм унан өлкәнерәк милекселәргә капиталь ремонт өсөн иғәнәнең 50 проценты компенсациялана, ә 80 йәш һәм унан да олораҡ булғандарға 100 проценты менән кире ҡайтарыла. Ташлама яңғыҙ йәшәгән һәм эшләмәгән пенсионерҙарға, ғаиләһендә фәҡәт эшләмәгән пенсионерҙар йәки I һәм II группа инвалид булғандарға бирелә. Ошо социаль ярҙамдың ғәмәлдә булыу осоро 2022 йылда тамамланырға тейеш ине, хәҙер ул 2024 йыл аҙағына хәтлем оҙайтылды”,– тип белдергән БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

   Ташламалар булдырыу өсөн  республика бюджетынан киләһе йылда 40,3 миллион һум һәм артабанғы йылда 44,9 миллион һум сығым талап ителә.

 

 

Фото: pro-dachnikov.com

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас