Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Октябрь 2022, 19:42

Микротулҡынлы мейес зыянлымы?

Микротулҡынлы мейес эшләгәндә эргәһендә тормағыҙ!

Микротулҡынлы мейес зыянлымы?
Микротулҡынлы мейес зыянлымы?

Микротулҡынлы мейес – күп хужабикәгә ҙур ярҙамсы. Эштә лә ул беҙҙең тормошто күпкә еңеләйтә. Май, һыу һалмайынса тиҙ генә аҙыҡты йылытып алабыҙ йә иретәбеҙ. Ҡайһы бер хужабикәләр унда тиҙ генә йәшелсәне бешереп ала, ҡамыр ризыҡтары ла әҙерләй.

  Тик унда ҡайһы бер аҙыҡ-түлекте йылытырға ярамай. Йылытыусы элемент молекулаларға тәьҫир итеп, уларҙың бәйләнешен емерә. Шуға  аҙыҡтың составы үҙгәрә, файҙаһынан зыяны күберәк була.

Тиҙ әҙерләп ашарға яратыусылар ниндәй аҙыҡтың микроволновкала йылытҡандан һуң зарарлыға әйләнгәнен белергә тейеш. Һыйыр итен йылытҡан ваҡытта майҙары һәм протеиндар тарҡала, ә канцероген матдә үҫә. Әсә һөтө, балалар аҙығын йылытҡанда файҙалы аминокислоталар емерелә, аҙыҡ зыянлыға әйләнә. Шулай уҡ табиптар ярма аҙыҡтарын, туң еләк-емеш, йәшелсәне йылытыуҙы тыя.

– Микроволновка эшләгәндә быялаһына текәлеп тормағыҙ. 1 –2 метр алыҫлыҡҡа китегеҙ.

– Бешергәндә аҙыҡты махсус ҡапҡас менән ябығыҙ. Микроволновка таҙа булыр.

 – Унда  ҡуйыласаҡ ризыҡты тимер, сатнаған һауыт-һабаға һалмағыҙ.

 – Йөрәгендә кардиостимулятор ҡуйылған кешеләргә микроволновка хәүефле.

 

 

Фото: techforhome.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: