Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Октябрь 2022, 22:51

Кешене ҡурҡыу тойғоһо бөтөрә...

Мин әле ҡайһы бер осраҡта файҙаға ғына булған, ниндәйҙер кәрәкмәгән аҙым эшләүҙән тыйған зыянһыҙ ҡурҡыу тураһында әйтмәйем. Ә әҙәм балаһының ихтыяр көсөн һындырып, башын аҫҡа эйҙереп, иҙәнгә теҙләндереп, хатта кешелек сифатын юғалтырыу көсөнә эйә ҠУРҠЫУ тойғоһо тураһында һүҙем.

Кешене ҡурҡыу тойғоһо бөтөрә...
Кешене ҡурҡыу тойғоһо бөтөрә...

Ныҡ алама нәмә ул - ҡурҡыу тойғоһо. Уның ҡыпһыуырҙай бармаҡтары шул тиклем көслө, алҡымыңдан тотоп ала ла, һис тә ебәрмәй. Ебәрмәй генәме әле, бөтөрә, баҫа, иҙә, юҡҡа сығара яҙа.

Ни өсөн беҙҙең берәй мөһим эш эшләр алдынан йәки ныҡ ҡурҡыныс янауын тойғанда теҙ быуындарыбыҙ ҡалтырай, телебеҙ көрмәлә, шыбыр тиргә батабыҙ, хәлебеҙ бөтә, аяҡтар тотмаҫ хәлгә килә? Ана шул ҡурҡыу тойғоһона беҙҙең күңел торошо менән тулыһынса идара итеүенә үҙебеҙ үк юл ҡуйғандан.

Әйҙәгеҙ, ошо тойғоно берәй ғифрит итеп күҙ алдына килтерәйек. Дәү бер нәмә һеҙҙең булмышығыҙҙы үҙенә бойһондорған икән тип. Ә ни өсөн бойһондорҙо һуң, сөнки һеҙ уға үҙегеҙ рөхсәт бирҙегеҙ, ҡурҡыу тойғоһоноң һеҙҙең менән идара итә башлауының тәүге секундында уҡ. Һиҙмәнегеҙ түгел, һиҙҙегеҙ ҙә инде, өҫтөгөҙгә ябырылып килгән ҡара тулҡындан ҡурҡып ҡапыл ситкә бер секундҡа ғына тайпылғанығыҙҙы. Ә ҡурҡыу тойғоһона һеҙҙе үҙенә бойһондорор өсөн ошо бер секунд та етте. Бына шулай...

Был алама тойғоға тулыһынса ирек бирһәң, ул һине ер менән тигеҙләйәсәк. Шуға ла ниндәй генә хәлдәр килеп тыуһа ла, ни тиклем ҡурҡыныс янағанда ла, кеше эсендәге һалҡын аҡылдың бер осмотын ғына булһа ла һаҡлап алып ҡалырға тейеш. Сөнки һәр ваҡыт нимәнәндер, кемдәндер ҡурҡып йәшәү кешене ныҡ бөтөрә, йәшәү көсөн һура.

Ҡайһы мәлдә шундай ситуациялар була, нисек кенә теләһәк тә, беҙ уны үҙгәртә алмайбыҙ. Бары тик шул хәлде ҡабул итергә һәм ҡулдан килгәнсе үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы яҡларға һәм һаҡларға кәрәк...???? Күңел тыныслығыбыҙҙы юғалтмайыҡ...Беҙ әле кәрәкбеҙ: балаларыбыҙға, яҡындарыбыҙға, туғандарыбыҙға, бер-беребеҙгә...


Гөлназ Ишемғолова

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: