Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Октябрь 2022, 19:28

Экспорт тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар

Былтыр Башҡортостандан аҙыҡ-түлекте 47 ил һатып алған, улар араһында Иран, Төркиә һәм Ҡаҙағстан бар.

Экспорт тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар
Экспорт тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар

Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты студенттары алдында сығыш яһаны.

Институт һәм “Агроэкспорт” федераль үҙәге менән берлектә ғәмәлгә ашырылған квалификацияны камиллаштырыу программаһы сиктәрендә министр сығышында “Ауыл сәнәғәте комплексы тауарҙары экспорты һәм уның республика үҫешендәге әһәмиәте” төп тема булды. Маргарита Болычева лекция спикеры сифатында ҡатнашты.

– Башҡортостан юҡҡа ғына һайланмаған. Республикала ауыл хужалығы үҫешкән. Беҙҙә халыҡтың 40 процент самаһы ауылда йәшәй һәм ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү менән шөғөлләнә. Ауыл хужалығы биләмәләре ете миллион гектарҙан ашыу, ул республика майҙанының яртыһынан күберәген биләп тора, – тип билдәләне Маргарита Болычева.

Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, былтыр Башҡоортостандан аҙыҡ-түлекте 47 ил һатып алған, улар араһында Иран, Төркиә һәм Ҡаҙағстан бар. Был төбәктә ауыл хужалығы комплексын үҫтереүгә һәм уның халыҡ-ара баҙарҙа көнәркәшлек итеүенә тейешле шарттар тыуҙырылыуы хаҡында һөйләй.

– Ярҙам саралары мөһим урын биләй. Башҡортостанда эшен асҡандар өсөн һалым ташламалары бирелә һәм инфраструктураны булдырыуҙа ярҙам итәләр. Бынан тыш, проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн “Агростарап” гранты булдырылған, унда иң йүнселдәр 90 процент ташлама күләмендә субсидия алыу мөмкинлегенә эйә, – тип һөйләне министр.

Бынан тыш, ауыл сәнәғәте комплексы өсөн аҙыҡ-түлек, малсылыҡ һәм үҫемселекселек өлкәһендә “Экспорт форсажы” махсус тармаҡ көйләүсе программаһы эшләй.  

Лекцияны Рәсәй Федерацияһының башҡарма власть органдары, ведомстволар һәм учреждениелар, ауыл сәнәғәте комплексын үҫтереү өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр тыңланы. Сығыш һөҙөмтәһе буйынса һорауҙар ҙа бирҙеләр. Тыңлаусылар республикала Евразия иҡтисади үҙәген булдырыу һәм төбәктә ауыл биләмәләрен үҫтереү буйынса ғәмәлдәге эштәр барышы менән ҡыҙыҡһынды.

Министрлыҡтың был эшмәкәрлеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәләгә ашырыуға булышлыҡ итә.    

Фото: vk.com/foreignrb.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: