Даирә
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Октябрь 2022, 10:04

Башҡортостандан 26 депутат мобилизацияланған

Улар араһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан да ирекмән бар.

Башҡортостандан 26 депутат мобилизацияланған
Башҡортостандан 26 депутат мобилизацияланған

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың даими нигеҙҙә эшләгән депутаттар ҡатнашлығында уҙған опертив кәңәшмәһендә мобилизацияланған ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ярҙам мәсьәләһе ҡаралды, тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов.

– Депутаттар аҡсаһына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү фонды булдырабыҙ. Бынан тыш, М.М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы буйынса эште дауам итәбеҙ.

Мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға республиканан төрлө кимәлдәге 26 депутат саҡырылды. Хәүефһеҙлек күҙлегенән сығып, уларҙың фамилияларын атамайым. Уларҙың төп өлөшө - район советтары депутаттары. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан да ирекмән бар. Хәҙер унан бронде алабыҙ, – ти Рөстәм Ишмөхәмәтов.

Фото: “Телеграм”.   

Автор:Рәмилә Мусина

https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2022-10-05/bash-ortostandan-26-deputat-mobilizatsiyalan-an-2977042

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: