Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
4 Октябрь 2022, 16:33

Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальонына 300 кеше ҡушылырға әҙер булыуын белдергән

Теләүселәр күп, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы

Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальонына 300 кеше ҡушылырға әҙер булыуын белдергәнСалауат Юлаев исемендәге башҡорт батальонына 300 кеше ҡушылырға әҙер булыуын белдергән
Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальонына 300 кеше ҡушылырға әҙер булыуын белдергән

Башҡортостандан һәм күрше төбәктәрҙән 300 кеше Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальоны составында махсус хәрби операцияла ҡатнашырға әҙер булыуын белдергән, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. Был хаҡта отрядты ойоштороу башланғысы менән сығыш яһаған отставкалағы полковник Артур Йомағужин хәбәр итте.

«Тиҙҙән беҙ артабанғы пландарыбыҙҙы иғлан итербеҙ һәм батальонда хеҙмәт итеү шарттары менән таныштырырбыҙ»,  — тип яҙҙы социаль селтәрҙә Йомағужин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда үҙ ирке менән махсус операцияла ҡатнашырға теләгәндәрҙең өсөнсө отрядын ойоштороу тураһында 30 сентябрҙә билдәле булды. Кандидаттарҙы хәрби тәжрибәһе булғандар араһынан һайлап алалар. Адресы: Өфө ҡалаһы, Дан бульвары, 6 (ДОСААФ).

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-10-04/v-bashkirskiy-batalon-imeni-salavata-yulaeva-vyrazili-gotovnost-vstupit-300-chelovek-2976165

Автор:Ләйсән Закирова
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас