

Дүрт көнлөк тур туристарҙы төрлө халыҡтарҙың милли колориты һәм мәҙәниәте менән таныштыра, шулай уҡ һәр төбәк өсөн традицион аш-һыуҙы тәмләп ҡарарға мөмкинлек бирә.
Ике ҡатлы поезд Һамар тимер юл вокзалынан 3 ноябрҙә ҡуҙғаласаҡ. Тәүге туҡталыш – Өфөлә . Беҙҙең ҡалала улар Милли музейҙа буласаҡ, уҡсылар һәм ҡурайсылар сығышын күрәсәк.
Артабан состав туристарҙы Екатеринбургҡа алып бара. Унда бер көндә ял итеүселәр Ганина соҡорондағы монастырь комплексында, Хәрби һәм граждандар техникаһының музей - комплексында, «Төп проспект» галереяһында һәм Ельцин-үҙәктә буласаҡ.
Тимер юл круизында ҡатнашыусылар кире 6 ноябрҙә ҡайта. Баш ҡала халҡының Екатеринбургҡа сәйәхәт өсөн турға ҡушылыу мөмкинлеге лә буласаҡ.
Фото: train-photo.ru