

Наил Сөләймән улы 1932 йыл да Шәрипҡол ауылында тыуған, ә Ләлә Имай ҡыҙы 1934 йылда Ҡыҙыл Күс ауылында донъяға килгән. Әйткәндәй, был ауыл бөгөнгө көндә картала юҡ инде. Икеһе лә татыу һәм ишле ғаиләлә баш бала булып үҫәләр. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алған улар.
- Һуғыш башланғас атайҙар һуғышҡа китте, әсәйҙәр колхозда төрлө эштәрҙә, баҫыуҙа тир түкте. Эшсе ҡулдар етешмәгәнлектән беҙ ҙә колхоз эшенә егелдек. Ул ваҡытта Каганович исемле колхоз ине. Иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем һабан менән ер һөрҙөк, тырматырға йөрөнөк. Йәй көнө малға бесән әҙерләштек, ә көҙөн ашлыҡ йыйыр мәл еткәс ураҡ урған ҡатын-ҡыҙҙар артынан башаҡ йыйырға сыҡтыҡ. Ауыр йылдар - ашарға аҙыҡ, өҫкә кейергә кейем юҡ. Көскә-көскә яҙҙы көтөп алабыҙ. Яҙға сығыу менән үлән ашай башлайбыҙ, балтырған, йыуа, ҡуҙғалаҡ, кесерткән һәм башҡалар – барыһы ла аша ла. Хатта бәрәңге һабағын да бешереп ашаған саҡтар булды, - ти Наил Сөләймән улы.
- Әсәйем эштә булғанда туғандарымды ҡарайым, илай-илай һыйыр һауам. Һыйырыбыҙ һөтлө ине, еленен тартырға ҡулымдың көсө етмәй. Ҡайһы ваҡытта һыйырыбыҙ һөттө түгеп сығып китер ине, аҙаҡ миңә эләгә һөтһөҙ ҡалғанға. Әсәйем беҙҙе лә баҫыуға эшкә алып бара, үҙе ураҡ менән иген ура, беҙ ҡустым менән көлтә бәйләйбеҙ. Бынан тыш, бригадирҙар иген елгәрергә, йә утауға саҡыралар ине,- тип һүҙгә ҡушыла Ләлә инәй.
- Беҙ күргәнде киләсәк быуын күрмәһен. Әлеге һуғышты күреп, ишетеп, йөрәк әрнеп илап ултырабыҙ, - ти һуғыш йыл дарының бөтә ауырлыҡтарын үҙ баштарынан үткәргән Самиҡовтар.
Ниһайәт, һуғыш тамамлана, ерҙә тыныслыҡ урынлаша. Наил Сөләймән улы ил алдындағы бурысын үтәргә армияға алына. Ырымбур өлкәһендә хеҙмәт итә. Унда уны шоферлыҡҡа уҡыталар. Унан һуң атом һынауҙарында ла ҡатнаша. Хеҙмәт иткән осорҙа Ҡаҙағстанға уңыш йыйыуға эшкә лә ебәрәләр уны. Һуңынан Әрмәнстанға ебәрәләр, унан хеҙмәтен тултырып өс йыл үткәс тыуған яғына ҡайтып төшә. Ләлә менән Наил 1957 йылдың август айында сәстәрен-сәскә бәйләргә ҡарар итәләр. Йәштәрҙең өйләнешеүҙәре лә ҡыҙыҡлы килеп сыға. Ләлә инәй ул ваҡытта фермала һыйыр һауһа, Наил олатай “Газ-51” машинаһы менән һөт ташый. Әйткәндәй, ул хаҡлы ялға сыҡҡансы шофер булып колхозда хеҙмәт һалған. Йәштәр шул эш мәлендә танышып, бер-береһенә һөйөү хисен асалар.
- Бер ваҡыт концертҡа алып барам тип өйҙән килеп алды ла, өйҙәренә алды ла ҡайтты. Унда туғандары әҙерләнеп көтөп торғандар икән. Шулай итеп йәшәнек тә киттек,- тип йылмая инәй. - Ғүмер буйы бер-беребеҙҙе аңлап, уртаҡ фекергә килеп йәшәнек. Килеп сыҡҡан сетерекле хәлдәрҙе уртаға һалып бергәләп хәл иттек. Балаларҙа илһөйәрлек, эшһөйәрлек тойғоһо уятырға, матур тәрбиә, төплө белем бирергә тырыштыҡ,- ти Ләлә Имай ҡыҙы.
Онотолоп уйнар саҡтарында иҫ киткес ауырлыҡтар күтәреп, баштарынан ниҙәр генә үтмәгән Самиҡовтар әле булһа ла тынғы белмәйҙәр, бик күптәргә өлгө булып матур донъя көтәләр. Баҡсаһында йәшелсә-емешен дә үҫтерәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, элегерәк күпләп малын да көткәндәр. Ләлә инәй оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ырғаҡ менән япмалар ҙа бәйләй, керен дә үҙ ҡулдары менән сайҡатып элә. Өс балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына оҙатҡандар. Оло ҡыҙҙары Фәнүзә ғаиләһе менән Октябрьский ҡалаһында йәшәй. Тормош иптәше Сәғиҙулла менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Улдары Рәис Ҡырмыҫҡалы ауылында донъя ҡорған. Ҡатыны Зилә менән бер ҡыҙ, бер малайға ғүмер бүләк иткәндәр. Төпсөк улдары Рәфис ҡатыны Рәсилә менән биш бала тәрбиәләйҙәр, Олокүл ауылында матур итеп донъя көтәләр. Балалары ата-әсәләрен хөрмәт итеп ярҙамдарынан ташламай, килеп хәлдәрен белеп торалар.
Самиҡовтарға ныҡлы һаулыҡ, тыныс тормош, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Һуғыш йылдарының барлыҡ михнәттәрен үҙ иңдәрендә күтәргән балалар, үҫмерҙәр бөгөн оло хөрмәткә лайыҡ. Ошо ауыр, ҡот осҡос йылдарҙа күпме ауырлыҡ кисергән улар. Шул заманалар ҡабат ҡабатланмаһын, баш осондағы күгебеҙ һәр саҡ аяҙ булһын, илебеҙ һәр ваҡыт именлектә йәшәһен.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.