+24 °С
Ямғыр


Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 5 ноябрҙән Red Wings авиакомпанияһының Өфөнән Ташкентҡа тура рейстары асыла, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. Осоштар шәмбе көндәрендә Sukhoi SuperJet 100 самолеттарында башҡарыла.
Баш ҡала аэропортында белдереүҙәренсә, әлеге ваҡытта «ЮТэйр» һәм Uzbekistan Airways авиакомпаниялары аҙнаһына бер тапҡыр «Өфө» аэропортынан Ташкентҡа осош программаларын бойомға ашыра.