Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
4 Октябрь 2022, 17:23

Банк картаһы менән рәхәтләнеп ҡулланған

Үҙенеке менән түгел, ә урамда тапҡан карта менән 52 йәшлек ҡатын кинәнеп файҙаланған. 

Банк картаһы менән рәхәтләнеп ҡулланғанБанк картаһы менән рәхәтләнеп ҡулланған
Банк картаһы менән рәхәтләнеп ҡулланған

Хәҙер уға ҡарата енәйәт эше асылған (РФ ЕК 158-се ст. 3-сө б. "г" пункты).  

Өфөлә йәшәгән 35 йәшлек ир банк картаһын юғалтыуы тураһында полицияға хәбәр иткәс, оператив-эҙләү саралары барышында кеше картаһы менән файҙаланған ҡатынды эҙләп тапҡандар. 

Иргә килтергән зыян күләме 13 мең һум.

Әгәр банк картаһын тапһағыҙ, уны хужаһына йәки яҡындарына ҡайтарығыҙ. Банк картаһының хужаһын таба алмаһағыҙ, картаны полиция бүлегенә йәки банк бүлексәһенә алып барығыҙ.

Фото: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас