

Ҡырмыҫҡалы районы хакимәте башлығы Әлфир Сабиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.
“Ҡазандамын, егеттәрҙең хәрби әҙерлеккә йыйылған урынындамын. Туғандарынан – посылкалар, битараф булмағандарҙан гуманитар ярҙам килтерҙек. Яугирҙәр үҙҙәрен яҡшы тоя, йәшәгән урындарына ыңғай баһа бирә, туҡланыу һәйбәт.
Хәрби тактика дауам итә. Егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ”, - тип яҙҙы Ә. Сабиров.
Фотолар: Әлфир Сабировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.
Автор:Айһылыу Низамова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-10-03/yrmy-alylar-artaban-da-yar-am-it-s-k-2975409