+24 °С
Ямғыр


2023 йылда бала тыуғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие 23 011 һумға тиклем күтәрелә. Сөнки был пособие фактик инфляция кимәле буйынса индексациялана. Ошондай индексация 2023 йылдың 1 февраленән башҡарыла.
Башҡа түләүҙәр ҙә арта. 140 көнлөк декрет ялы ваҡытында йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның максималь күләме - 383 179 һум, ә эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары буйынса түләүҙең максималь күләме айына 83 204 һум буласаҡ.
2023 йылда баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособиеның максималь суммаһы ла арта - максималь кимәл айына 33 282 һумға еткерелә.
Фото: tvkrasnodar.ru