Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
3 Октябрь 2022, 14:55

Герой-әсәләргә 1 миллион һум аҡса түләнә

Рәсәй Хөкүмәте «Герой-әсә» исемен алғандарға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү өсөн 30,7 миллион һум бүлде. 

Герой-әсәләргә 1 миллион һум аҡса түләнәГерой-әсәләргә 1 миллион һум аҡса түләнә
Герой-әсәләргә 1 миллион һум аҡса түләнә

Рәсәй Хөкүмәте «Герой-әсә» исемен алғандарға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү өсөн 30,7 миллион һум бүлде.

Ошо хаҡтағы бойороҡҡа Рәсәй Федерацияһы премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

«Ата-әсәлек даны» ордены йәки миҙалы менән бүләкләнгән граждандарға ла аҡсалата дәртләндереү ҡаралған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин Рәсәйҙә «Герой-әсә» исемен булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Уның шарттарына ярашлы, 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һум күләмендәге түләү тәғәйенләнә.

Бынан тыш, «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләгәндә ата-әсәләрҙең йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусыларҙың береһенә бер тапҡыр 200 мең һум түләнә.

Автор и фото:башҡортостан ҡыҙы
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас