Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
3 Октябрь 2022, 16:32

Бетеү биреп ебәрҙем әле улыма

Бала саҡта әрме хеҙмәтенә йәки алыҫ сәфәргә сыҡҡан уландарына биреп ебәргән бетеүҙе, ололарҙың шулай әйткән һүҙҙәренең төшөнсәһенә беҙ бала саҡта бер аҙ аптыранҡырап ҡарай торғайныҡ. Нисек инде бәләкәй генә өсмөйөшләп тегелгән доғалы ҡағыҙ киҫәге кешене һаҡлай ала икән?

Бетеү биреп ебәрҙем әле улымаБетеү биреп ебәрҙем әле улыма
Бетеү биреп ебәрҙем әле улыма

Инәй-өләсәйҙәребеҙҙән һорашып бетеүҙең ниндай көскә эйә булыуын аңланыҡ. Ул яман һүҙҙәрҙән, күҙҙәрҙән һәм уйҙарҙан, ҡурҡыныс хәлдән, боҙомдан һаклап йөрөтә. Ҡөрьән китабынан алынған доға ысынлап та ҙур көскә эйә.

Бөгөн Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылы мәҙәниәт йортонда ағинәйҙәребеҙ Теләүсинә Сибәрбика апай, Ризуанова Әнисә апай, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән өлөшләтә мобилизацияға эләккән һалдаттарға имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын, бәлә-ҡазанан һаҡлаһын өсөн теләктәр теләп, уларға бетеү тегеп, доға уҡыны. Сибәрбикә апай ниндәй доға яҙылырға тейеш икәнен тасуирлап аңлатты.

Был бетеүҙәрҙе, Алла бирһә, һалдаттарыбыҙға ылау ебәргәндә ҡуша ебәрәбеҙ. Имен-һау ҡайтығыҙ, ир-егеттәр!

Сығанаҡ: Гүзәл Ғөбәйҙуллина хәбәр итте.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас