

Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов шәхси сәхифәһендә түбәндәге яҙманы ҡалдырған. Унда шулай тиелә:
“Ике аҙна самаһы элек өлкән ҡыҙым менән бик ҡатмарлы һәм хис-тойғоло һөйләшеү булды. Мин уға әҙер түгел инем, әле мәктәпкә лә бармаған бала ундай әңгәмә алып барыр тип уйламаным да.
- Атай, ә һин һуғышҡа китәһеңме?
- Әле бер ҡайҙа ла йыйынмайым, кәрәк булһа, әлбиттә, барасаҡмын.
- Ә унда ни өсөн барырға кәрәк?
- Нисек аңлатырға икән? Хәтерләйһеңме, һин балалар баҡсаһында Ватан тураһында шиғыр ятлағайның?
- Эйе, иҫләйем.
- Бына һин бит шул шиғырҙы ятлағанда миңә әйткәйнең: Ватаныбыҙ берәү һәм беҙҙең өсөн ул иң мөһиме, уны яратыу һәм һаҡлау зарур. Шуға ла, кәрәк саҡта ирҙәр йыйыналар һәм уны яҡларға юлланалар.
- Атай, ә барлыҡ-барлыҡ ирҙәр ҙә уны яҡларға китәме?
- Иң шәп ир-аттар ғына.
- Әәә, аңланым, тимәк, һин унда барыр булһаң, тикшерәсәктәр? Һин иң яҡшыһымы, әллә түгелме икәнлекте?
- Эйе, яҡынса шулайҙыр, бәлки. Унда шундай бер үҙенсәлеге бар...
- Улайһа, әйҙә килешәйек, Атай?
- Әйҙә һуң. Нимә тураһында?
- Һин улар өсөн иң насары бул, әммә мин беләм: һин – иң-иң яҡшыһы!
Ошо һүҙҙәрҙән һуң Асель мине ҡыҫып ҡосаҡланы ла илап ебәрҙе: “Мин һине һуғышҡа ебәрмәйем!”
Бөгөн Аселгә алты йәш тула. Минең тәүге балам, атайлыҡ бәхетен татытҡан, ғаиләбеҙҙе бәхеткә күмгән сабый.
Беҙҙең балалар беҙҙән яҡшыраҡ буласаҡ. Уларҙың киләсәге лә яҡшыраҡ булһын.
P.S.: Камил Буҙыҡаев был мәлде карикатураһында бик нескә сағылдырған. Был һүрәт өсөн рәхмәт, Камил!
Икенсе фотола иһә - Асель көн һайын минең өҫтәлемдә ҡалдырған яҙмаларҙың береһе, сөнки эштән гел бик һуң ҡайтам һәм улар мине һирәк күрә. Аселдең яҙмалары йөрәгемде йылыта, уларҙы уҡыу ҙур кинәнес бирә...” - тип яҙған Азат Шамил улы.
Фотолар А. Бадрановтың шәхси сәхифәһенән.