Бөгөн йөрәк-ҡан тамырҙарына бәйле ауырыуҙар ныҡ таралған.
Организмды нығытыр өсөн, йөрәкте хәстәрләп, ҡан тамырҙарын даими таҙартып торорға һәр кемдең дә ҡулынан килә. Әҙерләүе һәм ҡулланыуы ябай ғына булған рецепт өлгөләре бар. Әйҙәгеҙ, шуларҙың бер нисәүһен ҡарап китәйек.
- Ҡан тамырҙарының һығылмалылығы өсөн – берәр балғалаҡ лимон һуты, бал һәм көнбағыш майын бергә бутап ас ҡарынға эсергә кәрәк. Дауаланыу ваҡыты – 10 көн. Йә булмаһа 3/4 стакан ҡайнап йылымысланған һыуҙа бер балғалаҡ бал һәм ярты лимон һутын болғап, йоҡлар алдынан 10 көн дауамында эсергә.
- Уртаса ҙурлыҡтағы ике лимонды ит турағыстан үткәреп, уға ике ҡалаҡ бал ҡушып болғатабыҙ ҙа быяла һауытҡа һалабыҙ. Бүлмә температураһында тәүлек буйы тотҡандан һуң шифалы дауа ҡулланыуға әҙер. Уны ашарҙан алда йәки сәйгә ҡушып, ике-өс балғалаҡ ҡына ҡабып ҡуйыу ҙа яйлап ыңғай тәьҫирен күрһәтә.
Әҡлимә Ғиззәтуллина
Фото:card-orel.livejournal.com
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-09-30/sir-apyl-aya-tan-yy-ma-yn-ti-ge-2972507