Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
30 Сентябрь 2022, 15:09

"Борсолмағыҙ..."

- Балаларыбыҙҙы йәшерә башлаһаҡ, башҡалар күҙенә нисек ҡарарбыҙ? - ти хакимиәт башлығы.

"Борсолмағыҙ...""Борсолмағыҙ..."
"Борсолмағыҙ..."

Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев мобилизацияланған егеттәрҙе, шул иҫәптән өлкән улы Азаматты Ватанды һаҡларға оҙатты.

“ Бөгөн беҙ, ата-әсәләр, улдарыбыҙҙы хәрби әҙерлек урынына оҙаттыҡ. Ошо мәлдән уларға яуаплы бурыс йөкмәтелә – хәрби әҙерлек үтергә һәм Тыуған илде һаҡлауға баҫырға”, – тип яҙҙы Ратмир Фитрат улы социаль селтәрҙә.

Ул “Башинформ” агентлығына улының нефть университетын тамамлауы, армия хеҙмәтендә булыуы, Сибәркүлдә хеҙмәт итеүе тураһында әйткән. Мобилизацияға тиклем Өфөлә эшләгән. Иҫәнбаевтар йортона повестка улдары яҡындары эргәһенә ялға ҡайтҡан көндәрҙә килгән. Азамат шунда уҡ Ватанды һаҡларға әҙерлеген белдергән. Ратмир Фитрат улының, административ ярҙамға таянып, улын өйҙә ҡалдырырға уйы булмаған.

“Әгәр беҙ, етәкселәр, балаларыбыҙҙы йәшерә башлаһаҡ, кеше күҙенә нисек ҡарарбыҙ? Башҡаларҙан улдарының ил мәнфәғәттәрен яҡлауға баҫыуҙарын нисек һорарбыҙ? Эйе, хәүефләнеү бар. Әммә беҙ иркебеҙҙе үҙебеҙҙән башҡа бер кемдең дә яҡламаясағын беләбеҙ”, – тигән фекерҙә Радмир Иҫәнбаев.

Әле Азамат яҡташтары менән бергә Ҡазандағы әҙерлек үҙәгендә. Ата-әсәһе менән даими бәйләнештә, барыһы ла яҡшы булыуы тураһында хәбәр итеп тора. ”Борсолмағыҙ, ти. Ысынлап та, Азаматтың тауышы көр”, – ти атай кеше.

Фото Иҫәнбаевтарҙың шәхси архивынан.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас