

Үҙеңде яҡшы тойоу, формала тотоу өсөн йәйәү йөрөүҙән дә ябайыраҡ ысул юҡ. Бының өсөн түләргә кәрәкмәй, теләгән ваҡытта, һәр ерҙә йөрөргә мөмкин. Төрлө тикшеренеүҙәр һәм эксперименттар самалы физик көсөргәнештең файҙалы булыуын иҫбатланы. Белгестәр көнөнә ун мең аҙым яһарға тәҡдим итә. Был яҡынса ете километр тигән һүҙ.
Йәйәү йөрөү мейенең ҡан әйләнешен һәм эшмәкәрлеген яҡшырта. Атлағанда уйлау, фекерләү ҡеүәһе арта. Йөрәк-ҡан тамырҙарының бер аҙ көсөргәнеш кисереүе файҙаға ғына, сөнки бөтә тәндә ҡан әйләнеше яҡшыра, тимәк, инфаркттар хәүефе кәмей. Тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, хәрәкәт әүҙемлеге аш һеңдереү, эсәклек эшмәкәрлеген көйләй, хатта ябығырға ярҙам итә. Бының өсөн тир түгеү, арыу-талсығыу талап ителмәй. Кеше йәйәү йөрөүҙән бары ҡәнәғәтлек тойорға тейеш. Стрестар һәм депрессия менән көрәштә лә ул иң яҡшы ысул. Кәйефегеҙҙе күтәргегеҙ килһә, саф һауаға сығығыҙ, көнөнә ун мең аҙым яһарға тырышығыҙ.
Фото:н.время.рф