Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
28 Сентябрь 2022, 16:37

Кнопкалы телефондар һатыу 3,5 тапҡыр артҡан

Кнопкалы аппараттарҙы мобилизацияланғандар ғына ғына һатып алмаған.

Кнопкалы телефондар һатыу 3,5 тапҡыр артҡанКнопкалы телефондар һатыу 3,5 тапҡыр артҡан
Кнопкалы телефондар һатыу 3,5 тапҡыр артҡан

21 - 25 сентябрҙә Рәсәйҙә кнопкалы телефондар һатыу 3,5 тапҡырға артҡан. Статистиканы төҙөгән Mobile Research Group аналитиктары быны өлөшләтә мобилизацияның шарттарына бәйләй.

Мәғлүм булыуынса, мобилизацияланғандарға интернетҡа инеү мөмкинлеге булған смартфондарҙы алыу тыйылды. Шул уҡ ваҡытта кнопкалы аппараттарҙы саҡырылыусылар ғына һатып алмаған. Һатыуҙарҙың артыуын бөтә етештереүсе лә билдәләй.

"Аңлатабыҙ.РФ" мәғлүмәттәренә ярашлы, хәрбиҙәр телефондарҙы рота командирына тапшырырға тейеш. Улар билдәле ваҡытта ғына хужаларына биреләсәк. Шулай уҡ мобилизацияланғандар урындағы станционар телефондар менән дә файҙалана аласаҡ.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Фото: башинформ.ру
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас