Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
28 Сентябрь 2022, 16:04

Инфаркт менән инсультты булдырмау өсөн нимәләр менән туҡланырға кәрәк?

Дөрөҫ туҡланыу тураһында

Инфаркт менән инсультты булдырмау өсөн нимәләр менән туҡланырға кәрәк?Инфаркт менән инсультты булдырмау өсөн нимәләр менән туҡланырға кәрәк?
Инфаркт менән инсультты булдырмау өсөн нимәләр менән туҡланырға кәрәк?

Дөрөҫ туҡланмағанда холестерин төйөрҙәре һәм тробтар тағылып, кешеләр ошо ауырыуҙарға дусар була. Ә уны киҫәтеү өсөн рационға ниндәй ризыҡтар индерергә һуң?  

Түбәндәге ризыҡтар ҡан тамырҙарын таҙарта, инфарктан һаҡлай.

1. Балыҡ - омега кислоталар һәм диетик аҡһым сығанағы. Балыҡ майын да ҡулланырға кәрәк.

2. Гранат ҡан тамырҙарын нығыта һәм холестеринды кәметә, ҡанды шыйыҡлата. Консерваланған һутына ҡарағанда емешен ашау күпкә файҙалыраҡ.

3. Хөрмә. Был емештә йөрәк өсөн файҙалы булған магний һәм бета-каротинда бар.

4. Ҡарбуз. Ундағы цитруллин тигән аминокислота ҡан тамырҙарын киңәйтә. Шифа булһын өсөн ҡарбузды орлоғо менән бергә ашарға кәрәк. Уны яратыусылар шулай уҡ гипертоник кризистарҙан, йөрәк ауырыуҙарынан азат.

5. Әфлисун һуты - ҡан баҫымын төшөрә, организмды витаминдарға, микроэлементтарға байыта.

6. Алма. Ундағы клетчатка һәм пектин ҡан тамырын төйөрҙәрҙән таҙарта.

7. Помидор магнийға бай. Шулай уҡ ликопин тигән бик файҙалы антиоксидант бар.

8. Һарымһаҡ азод оксидына бай. Ҡан баҫымын көйләй, тотош организмды таҙарта.

9. Һоло. Ул артыҡ ауырлыҡты кәметә.

10. Әстрәхан сәтләүеге һәм зәйтүн майы. Улар йөрәкте, ҡан тамырҙарын һаҡлай. Икеһен бергә салаттарға ҡушып, ашарға була.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас