Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
28 Сентябрь 2022, 16:18

Алдағы көндәрҙә республикала ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә

Алдағы көндәрҙә синоптиктар Башҡортостанда ямғыр һәм епшек ҡар яуыуын фаразлай, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы

Алдағы көндәрҙә республикала ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөләАлдағы көндәрҙә республикала ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә
Алдағы көндәрҙә республикала ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә

Алдағы көндәрҙә синоптиктар Башҡортостанда ямғыр һәм епшек ҡар яуыуын фаразлай, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы

 Урыны менән ағастарға һәм тимер сымдарға епшек ҡар һырыуы, -1, -6 градусҡаса һыуытып, ҡырау төшөүе ихтимал, тип иҫкәрттеләр республика халҡын Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Кесаҙна, 29 сентябрҙә, көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Ямғыр һәм епшек ҡар, ел көнсығыштан секундына 8-13 метр тиҙлектә, айырым райондарҙа секундына 18 метрға етеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә 0, +5 градус, көндөҙ һауа +2, +7 градусҡаса йылына.

Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән боҙлауыҡ булыуы, урыны менән томан төшөүе ихтимал. Күреү мөмкинлеге  — 500-1000 метр.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-28/v-blizhayshie-dni-v-bashkirii-progonoziruyutsya-osadki-v-vide-dozhdya-i-mokrogo-snega-2969244

Автор: башинформ.ру

Фото:Валерий Шахов

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-09-28/alda-y-k-nd-r-respublikala-yam-yr-m-epshek-ar-yauyuy-k-t-l-2969435

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас