Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
27 Сентябрь 2022, 06:42

Юлдарҙа һәр саҡ тәртип һәм именлек булһын!

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса ЮХХДИ һәм юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау буйынса рейд үткәрҙе. Бындай рейдтар һәр йома һайын уҙғарыла.   

Юлдарҙа һәр саҡ тәртип һәм именлек булһын!Юлдарҙа һәр саҡ тәртип һәм именлек булһын!
Юлдарҙа һәр саҡ тәртип һәм именлек булһын!

Бынан тыш, юлдарҙа авариялар һанын кәметеү һәм водителдәрҙең дисциплинаһын арттырыу маҡсатында юл-патруль хеҙмәте экипажы һәр көн во дителдәрҙең Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүен тикшерә. Рейдта ЮХХДИ бүлеге начальнигы, полиция майоры Ринат Рахманҡолов, юл кү ҙә теүе буйынса дәүләт инспекторы Ирек Ҡолғонин һәм стажер-инспектор Илһам Әбдиевтар менән район гәзиттәре редакциялары вәкилдәре лә ҡатнашты һәм уларҙың дежурлыҡ эштәре менән танышты. Махсус рейд киске 19.00 сә ғәтт ән төнгө 02.00 сәғәткә тиклем уҙға рылды.
Рейд барышында хоҡуҡ һаҡлау хеҙ мәт кәрҙәре, автомобилдәрҙе туҡтатып, водитель таныҡлығын, страховка полисын, түләнмәгән штрафтарҙың булыу-булмауын ҡараны, транспорт сара һы ның һәм водителдең торошон баһаланы.
- Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ бо ҙоп, башҡаларға хәүеф тыуҙырған, бала ларҙы йөрөтөү талаптарын үтәмәгән, эс кән килеш руль артына ултырған во ди телдәрҙе "аулау"ға айырыуса ныҡлы иғ ти бар бирелә. Бынан тыш, машинаның багаж бүлеген астырып, ташылған йөктө тикшерәбеҙ. Ярамаған әйбер ташыу ос ра ғы булһа ике бүнәтәй саҡыртып, ви де о ға төшөрөп, акт төҙөйбөҙ. Әгәр во ди телдәр багаж бүлеген күрһәтеүҙән баш тарталар икән, ул саҡта води тел дәр ҙе полиция хеҙмәткәренең законлы бо йо роғона буйһонмауҙары буйынса РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодек сының 19.3 статьяһы буйынса яуап лы лыҡҡа йәлеп итәбеҙ,- ти Ринат Раил улы.
Иҫкәртеү маҡсатында уҙғарылған бындай сараларҙы һөҙөмтәлерәк үткәреү өсөн ЮХХДИ экипаждары ауылдар буйлап йөрөнө. Рейдтың тәүге нөктәһе Ҡырмыҫҡалы ауылының Хоҙайбирҙин урамында булды. Артабан хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында рация аша ашығыс саҡырыу алды һәм авария булған урынға ашыҡты. Юл-транспорт ваҡиғаһы киске етеләр тирәһендә Бишауыл-Уңғар - Олокүл автомобиль юлының 4-се саҡрымында бул ған. Олокүл ауылынан 1958 йылғы водитель эскән килеш "ЗАЗ Шанс" автомобиленең руль артына ултырған һәм машина менән идара итеүҙе юғал тып, юл ситенә төшөп киткән һәм түңкәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә төрлө йә рәхәттәр алған водитель район дауа ханаһына оҙатылды. Бөгөнгө көндә юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тик шереү бара. Эскән килеш руль арты на ултырыусыларға ҡаты яза бирелеүгә ҡарамаҫтан, фажиғәләр кәмемәй, ти хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре. Алкоголь ҡулланып рулгә ултырғансы, водителдәр шуны уйлаһын ине, юлығыҙҙа уйламаған фажиғә килеп сығырға һәм унда кеше ғүмерҙәре өҙөлөргә мөмкин.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хеҙмәттәрен иртәнге 07.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә тиклем КПМ-дан башлай. Артабан ауылдар буйлап дежурлыҡҡа сығалар.
- ЮХХДИ хеҙмәте эшмәкәрлегенең төп асылы – тәү сиратта юлдарҙа хә рәкәт хәүефһеҙлеген, именлекте тәьмин итеү. Был тәңгәлдә инспекторҙарыбыҙ һынатмай, юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүҙә бар тырышлыҡтарын һалып, үҙ бурыстарына етди һәм яуаплы ҡа рай ҙар. Һуңғы ун көн эсендә 328 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, уларҙа 3 ке ше нең ғүмере өҙөлдө, 34 кеше тән йә рә хәттәре алды, 86 водитель иҫерек ки леш руль артына ултырған, 76 балалар крес лоһының һәм 65 өлкәндәрҙең хә үеф һеҙлек ҡайыштары таҡмайынса йө рөү ҙәре асыҡланды. Уҡыу йылы баш ланыу менән мәктәп, балалар баҡсалары янында уяулыҡты көсәй тәбеҙ. Юлдарҙа именлек булһын өсөн “Штраф”, “Бурыслы”, “Автобус”, “Мотоцикл”, каникулдар алдынан “Иғтибар, балалар!” операциялары, аҙнаһына бер республика рейды үткәрелә, - ти Ринат Рахманҡолов.
Тикшереү барышында хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре бөтәһе 100-ҙән ашыу транс порт сараһын туҡтатҡан, 42 административ тәртип боҙоу осрағы теркә гән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре был са ра нан һуң артабан үҙҙәренең маршруттары буйынса хеҙмәт бурысын үтәүҙе дауам итте. Уларға тынғыһыҙ хеҙмәт тә ре нең – уң, юлдарының хәүефһеҙ булыуын, юлдарында яуаплы, тәртипле во ди телдәр осрауын, еңел булмаған эш тәрендә уңыштар, именлек теләп ҡалабыҙ.
Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ. Үҙ ғүмерегеҙ һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмере

һеҙҙең юлда йөрөү тәртибенә бәйле булыуын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас